“Быйыл беҙ – “Әйҙә уйнарға” фестиваленең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары”

Түбәнге Новгород өлкәһенән ҡунаҡтар шулай ти.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Быйыл беҙ – “Әйҙә уйнарға” фестиваленең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары”“Быйыл беҙ – “Әйҙә уйнарға” фестиваленең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары”
“Быйыл беҙ – “Әйҙә уйнарға” фестиваленең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары”

Фестивалдә иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһен Түбәнге Новгород өлкәһенең балалар тауарҙары индустрияһы кластеры биләй.

– 2023 йылда беҙ “Әйҙә уйнарға” фестиваленә ҡарарға килгәйнек. Барыһы ла оҡшаны. Быйыл беҙ тулы экспозиция менән килдек. Беҙҙең стендта Түбәнге Новгород өлкәһенең беҙҙең кластерға ингән 13 предприятиеһы күрһәтелгән. Улар – уйындар, уйынсыҡтар, уҡытыу өсөн VR-технологиялар, яҡтылыҡ стендтары етештереүселәр, – тип һөйләне Түбәнге Новгород өлкәһенең кластерлы үҫеш Үҙәге етәксеһе Сергей Рябов. – Барлыҡ балаларҙы көтәбеҙ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәкбеҙ.

Бындай фестивалдәрҙе даими үткәрергә кәрәк, тип билдәләне ул. Беренсенән, улар предприятиеларға үҙ продукцияһын тәҡдим итергә мөмкинлек бирә, икенсенән, төбәк-ара бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә, тип иҫәпләй Сергей Рябов. Шулай уҡ ул Башҡортостандың һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булыуын, Түбәнге Новгород халҡының Өфөгә шатланып килеүен белдерҙе.

II “Айда/Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйын һәм уйынсыҡтар фестиваленең матбуғат хеҙмәте.

Автор: