Башҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай ала

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә үрҙә әйтелгән хеҙмәтте электрон төрҙә һынауҙы тамамланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай алаБашҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай ала
Башҡортостанда йәшәүселәр опеканы хәҙер онлайн рәүештә юллай ала

Хәҙер опеканы, попечителлекте (шул иҫәптән опеканы һәм попечителлекте алдан юллау) йәиһә патронатты өйҙән сыҡмайынса, Дәүләт хеҙмәттәре аша рәсмиләштерергә мөмкин. Был функция шәхси кабинеттарҙа һәм һылтанма буйынса асыҡ: https://goo.su/SDLsGj 

Электрон форманың өҫтөнлөгө шунда: ваҡытты экономиялау һәм опека органдарына йәки Күп функциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итә алмағандар өсөн уңайлы. Бынан тыш, онлайн-хеҙмәт сираттарҙан ҡотолорға һәм яуап алыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор: