Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
12 Октябрь 2022, 20:59

Өфөлә Донецк балаларына «Аҡбуҙат» журналы һәм ҡанатлы ат скульптураһы бүләк иттеләр

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә арналған тантаналы сара алдынан Донецк Халыҡ Республикаһы балалары өсөн сығарылған «Аҡбуҙат» журналының махсус һанының исем туйы үтте.

Өфөлә Донецк балаларына «Аҡбуҙат» журналы һәм ҡанатлы ат скульптураһы бүләк иттеләр
Өфөлә Донецк балаларына «Аҡбуҙат» журналы һәм ҡанатлы ат скульптураһы бүләк иттеләр

Уртаҡ тырышлыҡ менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте һәм республика хөкүмәте булышлығында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Аҡбуҙат» балалар журналының махсус сығарылышы әҙерләнде. Баҫманың махсус сығарылышын әҙерләүҙә Башҡортостандан, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан балалар әүҙем ҡатнашты. Журналда уларҙың шиғырҙары, әҫәрҙәре, хикәйәләре, һүрәттәре баҫылған. Баҫмала уларҙы Башҡортостан балалары сәләмләй. Журналдың тиражы 1000 дана тәшкил итте.

Донецкиҙан ҡунаҡтар Өфөгә килде һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин балалар баҫмаһы стенды менән дә танышты. Уны «Аҡбуҙат» балалар журналы мөхәррире Лариса Абдуллина күрһәтте. Ул махсус сығарылыш номерҙарын ике етәксегә лә тапшырҙы, шулай уҡ ДНР балалары өсөн Аҡбуҙаттың символик скульптураһын - ҡанатлы атты тапшырҙы. Скульптураның авторы - Дүртөйлө балалар художество мәктәбе уҡыусыһы, 12 йәшлек Алһыу Мөнирова, уҡытыусыһы - Сания Мөнирова.

- Ошо йылдар эсендә республикабыҙ Донбассҡа уҡыу әҙәбиәте менән ярҙам итте, ә хәҙер беҙҙең бәйләнеш тағы ла көслөрәк, тығыҙыраҡ буласаҡ, журналдарыбыҙ менән дә ярҙам итәсәкбеҙ. Ижади интеллигенцияның, шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тәрәнерәк булыр тип уйлайым. Беҙ яҙыусыларҙы, Донбасс ғалимдарын ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Артабан да дуҫлашырбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

- Мәҙәниәт төп йүнәлештәрҙе үҫтерергә һәм берләштерергә тейеш. Күп милләтле Рәсәй мәҙәниәткә бай - ул шул тиклем күп яҡлы, ҡыҙыҡлы, балаларыбыҙ, йәштәр өсөн мауыҡтырғыс. Бында бары тик ярҙам итергә кәрәк һәм күмәк көс менән уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ, - тип билдәләне Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 7 июндә Өфөлә уҙған республиканың киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын» форумы барышында «Медиашефлыҡ: Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары - Донбасс балалары» махсус проектын булдырыу башланғысы билдәләнде. Форум эшендә Донецк Халыҡ Республикаһы башлығының матбуғат секретары Алена Алексеева ҡатнашты, ул «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның махсус сығарылыш булдырыу тураһында тәҡдимен ҡабул итте. Август айында Ҡариҙел районында республика журналистарының «Журфест - 2022» фестивалендә проект менән таныштырҙылар. Уны «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто һәм БР Журналистар союзы менән берлектә «Аҡбуҙат» балалар журналы коллективы әҙерләгән. «Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары - Донбасс балалары» махсус проекты ла «Бөтә Рәсәй - 2022» форумы эше сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы медиа тармағын презентациялауҙа тәҡдим ителде.

«Асыҡланыуынса, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында балалар өсөн баҫмалар булмаған, шуға күрә беҙ Донбасс балалары өсөн махсус сығарылыш эшләргә тәҡдим иттек. Бер ай эсендә журналды 32 биттә баҫтырҙыҡ, ә башҡорт телендә уны 16 биттә сығарабыҙ. Башҡорт «Аҡбуҙат»ы ғәҙәти режимда айына бер тапҡыр сығыуын дауам итә. Махсус сығарылышҡа Луганскиҙан һәм Донецкиҙан мәктәп уҡыусыларының һәм мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең һүрәттәре, шиғырҙары, әҫәрҙәре ингән. Материалдар күп ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла һыйманы. Айырыуса юлъяҙмалар менән материал "яңғырауыҡлы" булды. Презентациялар Түбәнге Новгородта, Сочиҙа, Башҡортостанда «Журфест»та үтте, һәм бөгөн, Республика көнөндә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында презентация үткәрәбеҙ, - тип һөйләне «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина. - Донбасҡа мең дана махсус сығарылыш ебәреләсәк. Балалар Башҡортостан менән таныша алһын өсөн уға Шүлгәнташ, бейеүсе Рудольф Нуриев, беренсе совет мәктәбен әҙерләүсе Бәшир Рәмиев, дипломат Кәрим Хәкимов хаҡында материалдар ингән. Сығарылышта башҡорт һәм рус әкиәттәре лә баҫылды».

Ләйлә Аралбаева.

Фото: Валерий Шахов.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Өфөлә Донецк балаларына «Аҡбуҙат» журналы һәм ҡанатлы ат скульптураһы бүләк иттеләр
Өфөлә Донецк балаларына «Аҡбуҙат» журналы һәм ҡанатлы ат скульптураһы бүләк иттеләр
Өфөлә Донецк балаларына «Аҡбуҙат» журналы һәм ҡанатлы ат скульптураһы бүләк иттеләр
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: