Һигеҙ йыл инде улар атыштар аҫтында йәшәй, бала саҡтары шулай үтә. Күбеһе буй еткергәс кенә тыныс тормошто күрә. Әлеге балаларҙың иң өлкәненә - 17, бәләкәйенә - 10 йәш, һуғыш башланғанда ике йәшлек кенә булған... Донбаста хәрби хәрәкәттәр барғас, Петровское ҡалаһында педиатр юҡ, беҙҙең шифаханала барыһы ла һаулығын яҡшырта алыр тип ышанабыҙ.
Бәләкәй ҡунаҡтарыбыҙға республиканы күрһәтәсәкбеҙ, хоккей матчына алып барасаҡбыҙ. Уларға ысын каникул ниндәй булғанын күрһәтергә теләйбеҙ. Был саралар балаларҙы үҙҙәрендә барған фажиғәләрҙән, ҡурҡыныстарҙан бер аҙға булһа ла арындырып торор тибеҙ. Улар өсөн тағы ла байтаҡ нәмә эшләй алабыҙ.
Фотолар Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.