Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
23 Ноябрь 2021, 12:00

Балалар баҡсаһын асыу – ауыл үҫешенә ҙур аҙым

Урмантау ауылында күптән көтөп алынған һәм әһә­миәтле ваҡиға – мәктәп нигеҙендә мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө асылды.

Балалар баҡсаһын асыу  – ауыл үҫешенә ҙур аҙым
Балалар баҡсаһын асыу – ауыл үҫешенә ҙур аҙым

Ошо ваҡи­ғаны урмантауҙар 20 йыллап көттө. Бында төрлө йәштәге 20 бала йөрөйәсәк.
Салауат районы Хакимиәте халыҡтың һорауына битараф ҡалманы. Балалар өсөн бүлмәне ремонтлауға финанстар табып, йылытыу системаһын йүнәлттереп, тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар, йыһаз, дидактик материалдар, уйынсыҡтар алынды.
Бәләкәстәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен һәм коллективты баҡса асылыу менән ҡотларға район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, район Хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Әлфиә Кәримова, Таймый ауылы биләмәһе башлығы Ильяс Мин­һажев килде. Ҡунаҡтар ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
Хакимиәт башлығы әһәмиәтле ваҡиға менән тәбрикләп, шуны билдәләне:
– Балалар баҡсалары асабыҙ, балалар тыуһын, шәхси хужалыҡтар үҫешһен, ауыл халҡының тормошо яҡшырһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Балалар баҡсаһын асыу – ауыл үҫешендә ҙур аҙым. Тимәк, йәш ғаиләләр ауылда ҡаласаҡ, балаларҙың шат тауыштары ишетеләсәк.
Ул барыһына ла һаулыҡ теләп, баҡсаға бүләк тапшырҙы. Традицион ҡыҙыл таҫманы ҡырҡҡас, ҡунаҡтар балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Яҡты һәм иркен бүлмә, яңы йыһаз, сағыу-сағыу уйынсыҡтар балаларға ла, өлкәндәргә лә бик оҡшаны.
Ышанабыҙ, бәләкәстәр һәр иртә баҡсаға ҙур теләк һәм ҡыуаныс менән киләсәк.

Автор:Гөлшат Рәйесова
Читайте нас: