Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар 1 сентябрҙән бушлай ашаясаҡ

2020 йылдың 1 сентябренән Башҡортостанда барлыҡ мәктәптәрҙең 1-4 класс уҡыусыларын бушлай ашатыу башлана. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

2020 йылдың 1 сентябренән Башҡортостанда барлыҡ мәктәптәрҙең 1-4 класс уҡыусыларын бушлай ашатыу башлана. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«1 сентябрҙән башлайбыҙ. Шуға әҙерләнеүегеҙҙе һорайым. 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә лә ата-әсәләр балаларына нимә ашатыуҙарын күрһен өсөн дегустация саралары үткәрергә кәрәк», — тине республика етәксеһе.
Киләһе уҡыу йылынан республикала башланғыс класс уҡыусылары өсөн бер тапҡыр ҡайнар аш менән туҡланыу хаҡы 55 һум була.
«Ошо суммаға баланы һәйбәт ашатырға мөмкин. Иң мөһиме – быны кешесә һәм оҫталарса эшләү», — тип өҫтәне Радий Хәбиров һәм республика хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға Финанс министрлығы һәм федераль Мәғариф министрлығы вәкилдәре менән ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Башҡортостанда мәктәптәрҙә ҡайнар аш менән намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр булмаҫҡа тейеш, тип иҫкәртте республика етәксеһе. Ул муниципалитет башлыҡтарына быны иғтибар менән күҙәтеп барырға ҡушты. «Тәү сиратта дәғүәләрем һеҙгә булыр. Бының өсөн һеҙ яуаплы», — тине Хәбиров.
Йәкшәмбе, 1 мартта, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған. Ул баҫылып сыҡҡандан һуң 60 көн үткәс көсөнә инә.
"Башинформ".
Читайте нас: