Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
7 Ғинуар 2020, 00:56

Мәсетлеләр квест уйнай

Салауат районының Мәсетле ауылында ҡышҡы каникулдар бик күңелле үтә.Ауыл клубында көн һайын ҡыҙыҡлы саралар, уйындар, дискотекалар, кисәләр уҙғарыла, балалар ҙа, ололар ҙа, йәштәр ҙә ваҡыттарын файҙалы үткәреп, рәхәтләнеп күңел аса, тип яҙа район гәзите. Клуб мөдире Гөлфиә Камалова кескәйҙәр өсөн " Ҡыш бабайҙан күңелле уйындар", "Хазинаға бай ауылымдың үткәне һәм киләсәге" тип аталған байрамдар үткәргән.Балалар Мәсетле киҫелешендә, тауҙа квест уйнаған, һуңынан уларҙы мәсеткә ағинәйҙәр сәй табынына саҡырған. Артабан улар клубта шаярып-көлөп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, дискотекала ял иткән.

Салауат районының Мәсетле ауылында ҡышҡы каникулдар бик күңелле үтә.

Ауыл клубында көн һайын ҡыҙыҡлы саралар, уйындар, дискотекалар, кисәләр уҙғарыла, балалар ҙа, ололар ҙа, йәштәр ҙә ваҡыттарын файҙалы үткәреп, рәхәтләнеп күңел аса, тип яҙа район гәзите.
Клуб мөдире Гөлфиә Камалова кескәйҙәр өсөн " Ҡыш бабайҙан күңелле уйындар", "Хазинаға бай ауылымдың үткәне һәм киләсәге" тип аталған байрамдар үткәргән.
Балалар Мәсетле киҫелешендә, тауҙа квест уйнаған, һуңынан уларҙы мәсеткә ағинәйҙәр сәй табынына саҡырған. Артабан улар клубта шаярып-көлөп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, дискотекала ял иткән.


Читайте нас: