Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан боҙ ҡаласыҡта эштәр дауам итә. Бөгөнгә унда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, уларҙы уратып алған шыршылар, төрлө хайуандар һындары, “2020” һандары, ҡар лабиринты, бәләкәй тау эшләнгән. Шулай уҡ шыршыла матур-матур уйынсыҡтар барлыҡҡа килгән.
Ҙур тауҙы ла эшләй башлағандар. Уның төп өлөшө, баҫҡыстары эшләнгән. Балалар тауҙы уратып та алған. Улар тауҙы эшләп бөткәндәрен түҙемһеҙләнеп көтә. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә эш барышы менән таныштырып, район халҡын был матурлыҡҡа һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырҙы.