Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
9 Декабрь 2019, 07:49

Балалар бара Республика шыршыһына!

20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — Республика шыршыһы үткәрелә.

20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — Республика шыршыһы үткәрелә. Байрамға уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадаларында, ил һәм төбәк фестивалдәрендә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары саҡырылған.
Беҙҙең райондан мәртәбәле сараға 5 уҡыусы барасаҡ. Улар: Айгизә Ғирфанова (Таймый мәктәбе), Элиза Исламова (Малаяҙ башҡорт гимназияһы), Вилиә Әхмәтйәнова (Нәсибаш мәктәбе) , София Сәйетғәлина (Торналы мәктәбе), Батыр Камалетдинов (Әлкә мәктәбе). Яҡшы уҡып та, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, төрлө конкурс, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулап, уңыштар ҡаҙанған был балалар, һис шикһеҙ, шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ.
-----------
УВИДЯТ РЕСПУБЛИКАНСКУЮ ЕЛКУ
Стало известно, кто поедет из Салаватского района на елку Главы Башкортостана
Республиканская новогодняя елка состоится 20 декабря в ГКЗ «Башкортостан». На нее пригласили 780 школьников из разных городов и районов Башкирии. Приглашения получили отличники учебы, победители олимпиад и спортивных соревнований, лауреаты конкурсов, дети из многодетных и малоимущих семей, дети с ограниченными возможностями, дети из семей военнослужащих и сотрудников органов внутренних дел республики, погибших при выполнении служебного долга.
На новогоднюю елку поедут и ребята из Салаватского района. Айгиза Гирфанова (Таймеево), Элиза Исламова (МБГ) , Вилия Ахмедьянова (Насибаш) , София Саитгалина (Турнали) , Батыр Камалетдинов (Алькино) заслужили эту новогоднюю поездку своими достижениями в учебе и успехами во внешкольной деятельности.