Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
8 Декабрь 2019, 12:15

МУЗЫКА БЕРЛӘШТЕРӘ

Дыуан күп профилле колледж филиалында “Квинт” инструменталь ансамбле районыбыҙҙа йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән осрашты. Сараға Мөрсәлим, Комсомол, Малаяҙ, Нәсибаш ауылдарынан балалар ата-әсәләре менән килде. Иң тәүҙә ансабль үҙҙәре менән таныштырып, йырҙар башҡарҙы, һуңынан кескәйҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр. Музыканттар һәр төркөмдә оҫталыҡ дәрестәрҙе уҙғарып, синтезатор, гитара, барабан кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтте. Уйын рәүешендә уҙғарылған осрашыу өс сәғәттән ашыу барҙы. Сараның һуңында һәр бала оҡшаған музыка ҡоралында уйнап, бергәләп йыр башҡарҙы. Кескәйҙәр яңы дуҫтар табып, ваҡыттарын күңелле уҙғарҙы.

Читайте нас: