«Һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ошондай ярҙам күрһәтелә лә инде. Был законды ҡабул иткәс, 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр ҙә шундай ярҙамға хоҡуҡлы булды. Закон социаль ғәҙеллек булдыра», — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.