Һуңғы арала йәйәүлеләрҙең тапалыуы хаҡында күп мәғлүмәт килә. 9 ай эсендә генә республика буйынса 805 осраҡ теркәлгән. Был юл-транспорт ваҡиғаһының һәр өсөнсөһө тиергә була.
Анализға ярашлы, шуларҙың 353-өндә йәйәүлеләр ғәйепле. Шулай уҡ дөйөм вафат булыусыларҙың һәр дүртенсеһе – йәйәүле. 73 үлемесле аварияның 58-ендә йәйәүлеләр үҙҙәре ғөйепле булған.
Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, юл-транспорт фажиғәләренең бер ваҡытта булыуы менән характерлана: ҡағиҙә булараҡ, ҡараңғыла, ауыл араларындағы яҡтыртылмаған участкала йәки тораҡ пунктының үҙендә, ҡара кейемдәге кеше юл буйынан бара, күпселектә иҫерек килеш. Водитель шундай шарттарҙа, бигерәк тә йонсоу көндәрҙә, йәйәүлене һуң ғына шәйләп ҡала.
Туғыҙ ай эсендә ҡараңғыла 283 ваҡиға теркәлеп, 55 кеше һәләк булған һәм 236-һы йәрәхәт алған. Йәйәүлегә тап шул мәлдә водителгә күренерлек итеп кейенергә кәрәк. Кейемдә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элемент мотлаҡ булырға тейеш. Был йәйәүлене күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотҡарыр, ә водителгә тиҙлеген кәметеп, хәрәкәтен үҙгәртергә мөмкинлек бирер.