Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
15 Октябрь 2019, 16:45

Янғантауҙа балалар баҡсаһы төҙөләсәк

ҺӨЙӨНСӨ!Район халҡы өсөн шатлыҡлы яңылыҡ – тиҙҙән Янғантау ауылында балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ.

Янғантауҙа балалар баҡсаһы төҙөләсәк
Район халҡы өсөн шатлыҡлы яңылыҡ – тиҙҙән Янғантау ауылында балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ.
Дәүләт һатып алыуҙары сайтында төҙөлөш-монтаж һәм сафҡа индереү эштәрен башҡарыуға конкурс иғлан ителгән. Контракттың башланғыс хаҡы — 141,8 миллион һум. Эштәрҙе республика ҡаҙнаһынан финанслау ҡаралған. Шулай уҡ федераль бюджеттан да аҡса бүленәсәк. Ғаризалар 24 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Балалар баҡсаһын 2020 йылда асыу күҙаллана.
---------
В селе Янгантау скоро построят детский сад.
Тендер на проведение строительно-монтажных и пуско-наладочных работ опубликован на сайте госзакупок.
Начальная стоимость контракта — 141,8 млн рублей. Финансировать строительство будет республиканский бюджет, также средства выделят из субсидий федерального бюджета.
Заявки на участие принимаются до 24 октября. Открыть детский сад должны в августе 2020 года.
Читайте нас: