Ауыл мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө “Яңы уҡыу йылына сифатлы әҙерлек өсөн” район конкурсында балалар баҡсалары араһында беренсе урынды алды. Ысынлап та, уңған коллективтың тырышлығы мәктәпкәсә учреждениеның ихатаһынан уҡ күренә. Беҙ быға уҡыуҙар башланмаҫ элек район комиссияһы менән йөрөгәндә инандыҡ.
Ихаталағы үлән газон һымаҡ тигеҙ итеп сабылған. Ә балаларҙың уйын майҙансығын бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр үҙ ҡулдары менән матур итеп йыһазландырған. Ябай ағас түмәрҙәрҙән улар төрлө йәнлек һындары, ултырғыстар, эскәмйәләр яһаған.
– Мәктәпкәсә төркөмгә 40 бала йөрөй. Былтыр, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, бинаның ҡыйығы яңыртылды, түбәһе алмаштырылды, елләтеү юлдары эшләнде. Эстә санузел кеүек уңайлыҡтар эшләүгә лә аҡса арттырҙыҡ. Балалар өсөн бар шарттар булдырылған бында, – тип таныштырҙы өлкән тәрбиәсе Динә Ғималова.
Ул һәм тәрбиәсе Нурия Йомағужина, кесе тәрбиәселәр Ренада Минһажева, Олеся Мырҙакамалова, ашнаҡсы Зөлфиә Фәйрушина бөгөн балалар баҡсаһының бар коллективын тәшкил итә. Ошо хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең эш урынын шулай өлгөлө итеп тота.
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре быйыл Белем көнөндә тағы бер шатлыҡ кисерҙе. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Мәсетле мәктәпкәсә төркөмөнә автомат кер йыуыу машинаһы бүләк итте. Был хеҙмәткәрҙәрҙең эшен тағы ла еңеләйтәсәк.