2020 йыл аҙағына Башҡортостанда тағы ла 45 яңы балалар баҡсаһы буласаҡ. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.
Был төҙөлөштәр 7000 самаһы балаға мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында урын булдырасаҡ.
Барыһы ла - "Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыу эше. Тыуымды күтәреүгә 2024 йылға тиклем республикала 32,08 миллиард һум йүнәлтеләсәк.