Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
6 Август 2019, 19:07

Булмышы менән уҡытыусы

Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, уҡытыусы булып тыуырға кәрәк,тиҙәр. Ысынлап та, был һөнәргә эйә булыу өсөн түҙемлелек, сабырлыҡ, юғары белем генә етмәй, ә балаларҙы яратыу, ғүмерең буйы уларға үрнәк, дуҫ, кәңәшсе, серҙәш булырға ла кәрәк. Шунда уҡ ысын педагогҡа күп эҙләнергә, бер туҡтауһыҙ оҫталығыңды камиллаштырырға, заман менән бергә атлау ҙа мөһим. Был сифаттарҙың барыһы ла бер кешелә, Малаяҙ башҡорт гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Индира Ҡазихановала тупланған.

Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, уҡытыусы булып тыуырға кәрәк,- ти халыҡ. Ысынлап та, был һөнәргә эйә булыу өсөн түҙемлелек, сабырлылыҡ, юғары белем генә етмәй, ә балаларҙы яратыу, ғүмерең буйы уларға үрнәк, дуҫ, кәңәшсе, серҙәш булырға ла кәрәк. Шунда уҡ ысын педагогҡа күп эҙләнергә, бер туҡтауһыҙ оҫталығыңды камиллаштырырға, заман менән бергә атлау ҙа әһәмиәтле. Был сифаттарҙың барыһы ла бер кешелә, Малаяҙ башҡорт гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Индира Ҡазихановала тупланған.
Индира Риф ҡыҙы Яңы Ҡаратаулы ауылынан. Бәләкәйҙән теремек, бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙсыҡ мәктәпте уҡышлы тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. Артабан белемен Башҡорт дәүләт педагогия институтында тәрәнәйтә.
Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен үҫтерергә ынтылырға тейеш. 27 йыл эш дәүерендә Индира Риф ҡыҙы үҙен тап шундай педагогтарҙың береһе булараҡ таныта. Ул балаларға белем биреп кенә ҡалмай, ә рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә, уҡыусылар ысын шәхес булып өлгөрһөн, тыуған илен, телен яратһындар тип тырыша. Балаларҙы төрлө конкурста ҡатнашырға дәртләндереүсе лә, ижадҡа ҡанат ҡуйыусы ла, уҡыусыларҙың шатлыҡтарын, көйөнөстәрен бүлешеүсе лә тап ул. Тырыш уҡытыусы директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары ла.

Мәҡәлә геройыбыҙ гимназияла үткәрелгән бар сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй, балаларҙы төрлө конкурс, бәйгеләргә әҙерләй. Иншалар, "Урал батыр" эпосын, Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләү конкурстарында, ғәмәли конференциялар, олимпиадаларҙа, "Һаумы, әкиәт", сәсәнлек бәйгеләрендә Индира Риф ҡыҙы әҙерләгән уҡыусылар һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Китап, бигерәк тә шиғырҙар уҡырға яратҡан уҡытыусы балалар күңелендә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур көс һала. Яҙыусылар менән осрашыу, һәр яңы китап тураһында балалар менән фекер алышыу - яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Уның етәкселеге менән уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.Шулай уҡ тәжрибәле педагог үткәргән асыҡ, оҫталыҡ дәрестәре лә район ғына түгел, республика кимәлендә юғары баһалана. Дәрестәрҙе оҫта ойоштороп, матур итеп алып барыуы үҙе бер тамашаға әйләнә. Уның хеҙмәт һөҙөмтәләре хаҡында бик күп Маҡтау грамоталары һөйләй. Республиканың мәғариф отличнигы Индира Ҡазиханова "Мәғариф" милли проектысиктәрендә үткәрелгән Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар конкурсында еңеүсе, ә "Йыл уҡытыусыһы - 2007" бәйгеһендә "Ижадҡа илһамландырыусы" номинацияһына лайыҡ була.
Бар булмышы менән уҡытыусы булған Индира Риф ҡыҙына артабан да дәртләнеп эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!
Читайте нас: