Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
2 Август 2019, 12:39

Ҡурсаҡ уйнап үҫһен кескәйҙәр

Балаларҙы кескәй саҡтан уҡ уйынсыҡтар менән уйнатып үҫтереү мөһим. Әлбиттә, улар сифатлы, тәбиғи туҡымаларҙан эшләнгән булыуы мотлаҡ.

Балаларҙы кескәй саҡтан уҡ уйынсыҡтар менән уйнатып үҫтереү мөһим. Әлбиттә, улар сифатлы, тәбиғи туҡымаларҙан эшләнгән булыуы мотлаҡ.

Уйын балалар тормошонда ҙур урын алып тора. Хәҙерге заман уйынсыҡтары күплеге һәм төрлөлөгө менән айырыла.Шулай ҙа улар араһында ҡурсаҡ һаман да ҙур әһәмиәткә эйә. Бәләкәй бала уға яҡын дуҫы итеп ҡарай, үҙенең эске донъяһына алып керә, серҙәре менән уртаҡлаша. Һәм был дуҫтың яҡын-тирәләге кешеләргә оҡшауы, милли кейемдә булыуы мөһим. Бындай ҡурсаҡ менән көн дә уйнаған балала халҡыбыҙға ихтирам, йолаларыбыҙға иғтибар тәрбиәләү ҙә, минеңсә, еңелерәктер.

Беҙҙең Янғантау балалар баҡсаһында ата-әсәләр араһында “Ата-бабаларыбыҙ ҡурсаҡтары” исемле ҡыҙыҡлы ярышнамә үткәрелде. Ул, беренсенән, быйылғы Театр йылына арналһа, икенсенән, ата-әсәләргә ҡурсаҡтың бала тәрбиәләүҙә әһәмиәтен аңғартыу, үҙебеҙҙең милли ҡурсаҡтарыбыҙға иғтибарҙы арттырыу маҡсатында үткәрелде. Был сарала бөтәһе 40-ҡа яҡын ғаилә ҡатнашты. Ҡурсаҡтар төрлө туҡымаларҙан эшләнгән: ағас, пластик, кейеҙ, төҫлө ептәрҙән. Улар бөтәһе лә матур сағыу кейемдәләр! Ҡурсаҡтар күргәҙмәһе ойоштороп ебәргәс, балалар ғына түгел, беҙ, ололар ҙа, бындай матурлыҡҡа һоҡланып бөтә алманыҡ!

Сарабыҙҙа бер нисә номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде: милли ҡурсаҡтар, хәҙерге заман ҡурсағы, төҫлө йөн туҡыманан эшләнгән ҡурсаҡтар, ҡурсаҡтарҙан композиция.

Милли ҡурсаҡтар араһынан Ғәлиуллиндар ғаиләһе эшләп килтергәне бер тауыштан Гран-при яуланы. Сағыу башҡорт халыҡ кейемендәге ҡыҙҙар тирмә янына баҫҡан. Улар икеһе лә кейеҙҙән, шундай уҡ кейеҙ тирмәгә төҫлө ептәрҙән милли биҙәктәр һалынған. Хәс тә боронғо әкиәттәрҙән килеп кергән һылыуҙар инде!

Шулай уҡ Нәжметдиновтар, Әхмәтйәновтар, Бикбулатовтар, Кирәевтәр, Хановтар, Йомаҙиловтар эшләп килтергән башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар ҙа күҙҙең яуын алып тора ине. Улар һәр береһе лайыҡлы урын яуланы. Шулай уҡ Шакировтарҙың урыҫ милли кейемендәге матур ҡыҙсығы ла маҡтауға лайыҡлы тип табылды.

Хәҙерге заман ҡурсаҡтары араһынан Мусиндар, Пуховтар, Хәмзиндар, Иштуғановтар, Ғәлимовтар, Абдуллиндар эшләп килтергән ҡурсаҡтар ҙа килешле һәм матур килеп сыҡҡан.

Төҫлө йөн туҡыманан яһалған ҡурсаҡтар араһынан бигерәк тә Нәбиуллиндар, Йоносовтар, Хисаметдиновтар, Ғиззәтовтар килтергән эштәр юғары баһа алһа, ҡурсаҡтарҙан композиция буйынса иң матуры тип Галановтарҙыҡы табылды. Шулай уҡ Нәсибуллиндарҙың һәм Фәрхетдиновтарҙың эштәре лә йөкмәткеле һәм сифатлы булыуҙары менән айырылып торҙо.

Сарабыҙҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн бар ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә гәзит уҡыусыларға иһә балаларыбыҙға уйынсыҡтар һайлағанда уларҙың сифатына, тәбиғи туҡыманан эшләнелгәненә генә түгел, ә милли үҙенсәлекле булыуына ла иғтибар итһендәр ине тигән теләкте еткерәбеҙ.
Читайте нас: