Район үҙәге көндән-көн матурая, ҙурая. Йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә, балалар һаны арта. Шуның менән бәйле баҡсала урындар етмәүе көнүҙәк проблема ине. Әле Малаяҙ ауылының көнбайыш микрорайонына, стадион һәм автодром артында, балалар баҡсаһы һалына. Яңы төҙөлөш “Мәғариф” милли проекты һәм “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика проектына ярашлы башҡарыла.
95 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждение бинаһы төҙөлөшөн “15 БНЗС” төҙөлөш фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Участка начальнигы Фидаил Ғәлиуллин әйтеүенсә, бөгөнгә ике ҡатлы бинаның стеналары күтәрелгән, бүлмәләре бүленгән. Өфөнән бригада яңы объекттың ҡыйығын яба башлаған. Мәктәпкәсә учреждениеның тәҙрәләре, ишектәре лә ҡуйылған. Төҙөүселәр газ керетеү, балалар баҡсаһын яҡтылыҡ, һыу менән тәьмин итеү эштәрен дә үҙҙәре башҡарасаҡ. Шулай уҡ төҙөлөш эштәрендә уларға урындағы эшҡыуарҙар ярҙам итә. Баҡсала балалар өсөн бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ: унда душ, кейенеп-сисенеү, йоҡо һәм башҡа бүлмәләр, хатта лифт та булыуы көтөлә. Ҡыҫҡаһы, быйыл 1 сентябргә сабыйҙарҙы ҡабул итергә планлаштырылған балалар баҡсаһы төҙөлөшө графикка ярашлы бара.
В с. Малояз продолжается строительство детского сада на 95 мест. Его строят в рамках проекта «100 объектов к 100-летию Башкортостана». Строительно-монтажные работы ведутся согласно запланированному графику. На готовых этажах установлены окна и двери. Совсем скоро здание обретет крышу. Словом, растет детсад как на дрожжах - не по дням, а по часам. Местные мамы малышей ясельного возраста особенно рады этой стройке.
В двухэтажном здании будут игровые и спальни, физкультурный и музыкальный залы, пищеблок и тд. Также в детском саду установят лифт для удобства педагогов, будущих воспитанников. Открытие дошкольного учреждения запланировано на 1 сентября этого года.