Бөтә яңылыҡтар
Балалар мәнфәғәтендә
29 Декабрь 2018, 15:10

Изге шыршы байрамы

Район мәҙәниәт йортонда һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Яңы йыл байрамы ойошторолдо.

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, яҡындарын йылы тәбрикләп, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Байрам менән шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге бүлеге мөдире Рәмис Ямалет­динов та ҡотлап үтте. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Салауат районы буйынса ойошмаһы рәйесе Миннислам Вахитов, сығышында ойошманың эше менән таныштырып, 12 йәштән өлкәнерәк балаларҙы Малаяҙҙа асылған тренажер залына йөрөргә саҡырҙы.

Балалар район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән матур театрлаштырылған тамашаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Уның әкиәт геройҙары изгелектең яуызлыҡты еңеүен, тормошта насар эштәр ҡылырға ярамағанлығын күрһәтте. Елена Смагулова, Юлиә Садиҡова, Петр Кузнецов, Радмила Ҡазиханова, Нәсимә Ямалыева, Илнур Вәлиев, Руслан Моталипов, Нурзидә Вахитова, Эльмира Перевышина һәм Юнир Иштуғанов ролдәрҙе бик оҫта башҡарҙы.

Һуңынан балалар, шыршы тирәләй әйләнеп, йырланы, бейене, Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтте. Кескәйҙәр шулай уҡ “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы әҙерләгән сәхнә күренешен дә бик ныҡ оҡшатты. Сараның һуңында балаларға бүләктәр тапшырылды.

Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге бүлеге мөдире Рәмис Ямалетдинов:

– Былтыр декабрь башынан районда “Балаларға байрам бүләк ит” тип аталған изгелек акцияһы старт алды. Район халҡы әүҙем ҡатнашып, үҙәккә балаларға уйынсыҡтар, тәм-том килтерҙе, бүләктәр алырға аҡсалата ярҙам итте. Акция барышында барыһы 20 меңгә яҡын аҡса йыйылды. Шул аҡсаға районда йәшәгән 108 инвалид балаға бүләк алынды. Хәйриә сараһында йыл һайын район мәғариф бүлеге, Малаяҙ үҙәк дауаханаһы һәм шәхси эшҡыуар Илгиз Ғимаев ҡатнаша.
Читайте нас: