Тирмән ауылы ағинәйҙәренең сираттағы матур сараһы тураһындағы мәҡәләмде яҙырға йөрөгәндә был хәбәр, фекер йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеп, һығымталарҙы киҫкенерәк итеп эшләргә сәбәпсе булды. Ярай, тәүҙә яҡшыһынан башлайыҡ.
Тирмәндәр яңыраҡ ҡына Ҡыйғы районының Йыланлы ауылындағы балалар приютына барып, ундағы тәрбиәләнеүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап ҡайтты. Бөгөн унда төрлө йәштәге 20 бала тәрбиәләнә. Йылы, яҡты, матур бинала бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Ирина Тәлғәт ҡыҙы етәкселегендәге хеҙмәт коллективы балаларҙы ваҡытында ашатып-эсереп, дәрестәрен әҙерләтеп, төрлө мауыҡтырғыс саралар үткәреп, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү серҙәренә төшөндөрөп, кейемдәре лә, тәндәре лә таҙа булһын тип бар тырышлыҡтарын һала, иртән уятып, кисен тәмле йоҡолар теләй.
Ағинәйҙәр балаларға “Икмәкте ҡәҙерләйек” тигән тамаша күрһәтте. Һәр беребеҙҙең өҫтәлендәге аҡ ҡалас игенсенең хәләл көсө һәм ҡара тире менән һуғарылған ҙур бер бүләк икәнен аңлатты улар. Милли кейемдәге оло әбейҙәрҙең йыр-моң, мәҡәлдәр һәм хикмәтле хикәйәләр менән сырмалған тылсымлы тамашаһын балалар ҡыҙыҡһынып күҙәтте, ә инде тапҡырлыҡ, сослоҡ талап ителгән уйындар башланғас, һәр береһе ҡатнашырға атлығып торҙо. Яңы йыл байрамы айҡанлы һәр бала бүләк- күстәнәс алып ҡыуанды. Аҙаҡтан олоһо-кесеһе бер табын артында ағинәйҙәр бешереп килтергән тәмлекәстәр менән сәй эстек.
Эйе, тәү ҡарашҡа – балалар коллективы, тәрбиәселәр, дәрестәр, бөтәһе лә ҡәҙимгесә. Әммә ни өсөн тәьҫораттар тынғы бирмәй?
Тәртипкә, приют талаптарына күнегеп өлгөргән балалар урындыҡтарға теҙелешеү менән залда тынлыҡ урынлашты. Көтөлмәгән тип әйтер инем, сөнки ғәҙәттә бергә йыйылған балаларҙы тынысландыра алмай хәл бөтә. Нисек былай булды әле тип, балаларҙы күҙәтәм. Ҙурыраҡтар ҡараштарын йәшергән, иңбаштары төшкән, һәр береһе үҙ донъяһында, бөтә булмыштары менән “миңә ҡағылмағыҙ, һорашмағыҙ, теймәгеҙ” тигәнде күрһәтеп, үҙенә йомолған. Ике ҡыҙсыҡ ҡараштары менән генә ымлап ниҙер аңлаша, тәүге рәттәге бәләкәстәр һәр береһе үҙенсә ҡыбыр-ҡыбыр килеп тирә-яҡты барлай. Күңелде иң ҡырғаны – күҙҙәрҙә бала саҡтың вайымһыҙлыҡ, шаянлыҡ сатҡылары юҡ... Әйтерһең, күпте күргән, күпте кисергән, ауыр тормош йөгөн иңдәренә йөкмәгән бәләкәй генә оло кешеләр йыйылышҡан залда. Шулайҙыр ҙа ул – приютҡа бит үҙҙәре теләп шатланышып ялға килгән балалар йыйылмаған. Тыуған йортонан, туғандарынан айырып алып килгәндәр бит уларҙы бында. Атай-әсәйҙәренең йылы ҡуйынынан тип тә яҙырға кәрәк ине артабан. Юҡ шул – изге ҡуйындың йылыһын үҙ ҡулдары менән үҙ балаларынан тартып алып, әсә наҙын, әсә һөйөүен “йәшел йылан” ағыуына алыштырған иҫерек атай-әсәйҙең хәтәр “хәстәренән” ҡурсалап ошо үкһеҙ етемдәрҙе ҡанат аҫтына алған был дәүләт учреждениеһы.
Бына шулай. Һәр замандың үҙ баҙары үҙ – кәмселеге, үҙ ваҡлығы, үҙ баһаһы, үҙ байҙары,үҙ ярлыһы, үҙ шатлыҡтары, үҙ афәттәре. Беҙҙең егерме беренсе быуат башының төп афәте – ул эскелек. Бәйһеҙлек, нәфселек, кешелектең әхлаҡи ҡағиҙәләрен инҡар итеү ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи әсәлек инстинктының кәмеүенә килтерҙе. Ике быуат буйына бер нисә быуын ынтылған ҡатындар эмансипацияһының иң яман эҙемтәләренең береһелер ул. Айыҡлыҡ өсөн барған көрәштә әлегә еңеүсе берәү – шиңеү белмәҫ араҡы шишмәһе. Ул барлыҡҡа килтергән иҫереклек һаҙлығында күпме кеше ҡырылды, яҡты өмөттәр һүнде, сабыйҙар ғүмере киҫелде, балалар күңеле уңалмаҫ яралар менән ҡапланды. Мәңгелекте яралтыусы, тергеҙеүсе, ҡурсалаусы ӘСӘлекте лә тубыҡландырырға маташа бит ул хәмер шишмәһе.
Бала күҙҙәрендә балалыҡ сатҡылары һүнмәһен, сабыйҙарҙың күңелдәре өшөмәһен тиһәк, эргәләгеләргә иғтибарлыраҡ булайыҡ, теләктәшлек һәм яҡшы һүҙгә мохтаж булғандарҙы ситкә ҡаҡмайыҡ. Ваҡытында һуҙылған ярҙам ҡулы күпме ғаиләләрҙе ҡотҡарыр, күпме баланы етемлектән ҡурсалап ҡалыр ине. Вайымһыҙ булмайыҡ.
Аҡ күңелле, йомарт ҡуллы Тирмән ағинәйҙәренә, балаларҙы Яңы йыл күстәнәстәре менән ҡыуандырған Васильевтар ғаиләһенә, ошо мәрхәмәтлек акцияһын атҡарып сығыуға үҙ өлөшөн индергән район юл идаралығына (Р.Ғ.Сафин), мәғариф бүлегенә (Н.Н.Рәхмәтуллина ) рәхмәттәр яуһын.