Районда эшләп килгән Йәш техниктар станцияһы дүрт йүнәлеш буйынса эшләй. Информатика, программирование йүнәлеше буйынса “Минең компьютерым” түңәрәген Ринат Мирхәйҙәров етәкләй. Балалар был түңәрәккә бик теләп йөрөй. Ринат Риф улы улар өсөн ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, шулай уҡ уҡыусылар өйгә эштәрен дә бында эшләп ҡайта ала. Художестволы-эстетик йүнәлештәге белемде Гөлнара Ғәлимова бирә. Гөлнара Батыр ҡыҙы ярҙамы менән балалар һүрәт төшөрөргә, бәйләргә, ағастан эшләнгән һауыт-һаба тышына һүрәт эшләргә (роспись по дереву), оригами, сәйлән теҙеүгә өйрәнә. Ағасты художестволы эшкәртеү түңәрәгендә ағастан һырлап төрлө өй кәрәк-яраҡтарын, сувенир продукцияһын эшләргә өйрәтеүгә үҙ эшенең оҫтаһы Эдуард Йәдҡәр улы Сафин бар тырышлығын һала. “Автомоделдар” эшләү түңәрәгенә балалар запас частарҙан төрлө веломобилдәр эшләй. Түңәрәкте Имиль Вил улы Аллабирҙин алып бара. Бынан тыш, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” түңәрәге лә эшләп килә. Балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, велосипедтарҙың техник төҙөлөшөн өйрәнеп, конкурстарҙа ҡатнаша. Киләсәктә робототехника түңәрәген асыуҙы ла планлаштыралар.