Бөтә яңылыҡтар

Иң бәхетле осор – бала саҡ

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан районда кескәйҙәр һабантуйы уҙҙы. Сараны райондың мәғариф бүлеге ойошторҙо.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан районда кескәйҙәр һабантуйы уҙҙы. Сараны райондың мәғариф бүлеге ойошторҙо. Байрамға төрлө ауылдарҙан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, педагогтар, ата-әсәләр килгәйне. Мәғариф бүлеге методистары Ғәлиә Вәлинурова, Люциә Ғабдрахманова һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Элеонора Бәҙретдинова барыһын да байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан Малаяҙ балалар баҡсаһы майҙанында әкиәт геройҙары күренде. Шүрәле, Мәскәй әбей һәм Батыр балаларҙы рәхәтләндергәнсе көлдөрөп, улар менән төрлө уйындар уйнаны, бейергә саҡырҙы. Тәрбиәселәр һәм педагогтар Гүзәл Вәлиева, Регина Хәйбуллина һәм Айгөл Сиражева ролдәрен оҫта башҡарҙы. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, балалар көршәк ватыу, тоҡта һикереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, “ат сабышы” һәм башҡа милли уйындарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашты. Шулай уҡ һабантуй сиктәрендә “Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә” тип аталған күңелле эстафета ла үткәрелде. Ата-әсәләр кескәйҙәр менән үҙҙәрен ҡыҙыҡлы ярыштарҙа һынаны. Бынан тыш, “Йәш дизайнер”, “Мин әсәй менән”, милли аш-һыу буйынса конкурстар ҙа бик ҡыҙыҡлы үтте. Сара һуңында конкурста ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.
Йылдың һәр бер көнө беренсе июндәгеләй шатлыҡлы хәбәрҙәр менән шат балалар тауыштарына бай булһын ине.
Читайте нас: