Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Февраль 2025, 17:25

Салауат районында тәүге зоопарк асылды

Әлкә ауылы эргәһендә былтыр контакт зоопарк эшләй башланы. Унда ишәктәр, дөйәғоштар, ят тоҡомло һарыҡтар, Альп кәзәләре, йорт ҡуяндары аҫрала. Был үҙенсәлекле проектты район эшҡыуары Рифат Ғәниев тормошҡа ашыра.

Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Салауат районында тәүге зоопарк асылды

Рифат Риф улы үҙен фотоүҙәк, тоҙ мәмерйәһе кеүек хеҙмәтләндереү өлкәһе проекттарында һынап ҡарай. Хәҙер инде башкөлләй ауыл хужалығы, туризмды үҫтереү эшенә тотонған.

Эшҡыуар үҙенең был проектын район Хакимиәтендә үткән “Инвестиция сәғәте” ултырышында тәҡдим итә. Ул һөҙөмтәлә бөтәһе 17 гектар ер участкаһын ҡуртымға ала, шуның бер өлөшөндә үҙенең хужалығын ойоштора. “Һарыҡ хакимлығы” (“Властелин овец”) контакт зоопаркы “Янғантау” геопаркы һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының партнеры булараҡ асыла. Рифат Ғәниев ошо юғары уҡыу йортоноң иҡтисад факультетында белем ала. Ә георпарк буйынса бында туристар йәлеп итә. Был зооферма Иҙрис мәмерйәһе һәм Тәкәй ауылы урынында яңы төҙөлгән туристик объекттар маршрутын тулыландырып ебәрә.

Контакт (бәйләнештәге) зоопарк – ул кеше өсөн туранан-тура хәүеф менән янамаған хайуандарҙы аҫрау урыны. Унда йәнлекте һыйпап, тотоп ҡарарға һәм ашатырға мөмкин. Улар күберәк балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Хужалыҡта башлыса ҙур тоҡомло һарыҡтар үрсетелә. Зоофермала шулай уҡ Деметра һәм Дионис тигән боронғо грек ҡушаматлы ике ишәк тә бар. Был Азия илдәренең береһендә йәшәгән хайуандар Иглин районынан килтерелгән. Вольерҙарҙың береһендә дүрт дөйәғош йөрөй. Африка дөйәғоштарын эшҡыуар Ғафури районындағы страус фермаһынан алып ҡайтҡан. Айырым торған ояларҙа йорт ҡуяндары ла йәшәй. Күптән түгел хужалыҡ Альп кәзәләре менән дә тулыланды. Үҙенсәлекле хайуандар һәм ғәжәп матур ҡоштар бында килеүселәрҙә һоҡланыу тойғоһо уята. Ишәктәрҙе, һарыҡтарҙы һәм йорт ҡуяндарын һыйпарға, уларҙы хужа тәҡдим иткән кәбеҫтә, кишер кеүек йәшелсәләр менән һыйларға була. Ә дөйәғоштар тамашасыларға матур итеп бейеп күрһәтеүе лә мөмкин.

Бында катум, романов һәм эдильбай тоҡомло һарыҡтар үрсетелә. Уларҙың һанын артабан да арттырырға планлаштыра урындағы йүнсел.

– Бөгөн ауылдарҙа эшләргә кеше ҡалманы, йәштәр ҡалаға китә. Халыҡтың күпселеге ер эшкәртмәй, мал аҫрамай. Ауыл хужалығының абруйы төштө. Шуға үҙемә ошо проект ярҙамында йәш быуында аграр тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныу арттырыу маҡсатын ҡуйҙым, – ти Рифат Риф улы. – Был әле эштең башы ғына. Пландар ҙур, зоопаркты ла киңәйтәсәкбеҙ, һарыҡтарҙы ишәйтәсәкбеҙ. Дәүләт программаларында ҡатнашып, грант ярҙамын алыуға ла өмөт итәбеҙ. 

Эшҡыуар былтыр йәй өс ай эсендә биләмәне кәртәләп, хайуандар өсөн биш вольер, ҡышҡыға йылы ҡуралар төҙөгән. Бесән һаҡлау өсөн япма, иген фуражы келәте лә эшләгән. Хайуандарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы һатып алынған. Ҡапҡа алдына ҡарауылсы бинаһы ла ҡоролған. Электр уты үткән, трассанан объектҡа тиклем ҡырсынташ түшәлеп юл һалынған. Киләсәктә яҡтыртыу ҡоролмалары һәм күҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ, эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылға республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыу, бизнес менән властың диалогы өсөн шарттар тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы. 17 февралдә оператив кәңәшмәлә эшҡыуарҙар менән ай һайын осрашыуҙар үткәрергә ҡушты ул.

“Бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә үҫешә. Яҡшы эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ләкин беҙ эшҡыуарҙарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлау өсөн осрашыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Һеҙҙең министрлыҡ бында баш администратор булып тора, шуға күрә хакимиәт һәм Хөкүмәт аппараты менән берлектә әҙерләнегеҙ”, – тип Радий Хәбиров республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына күрһәтмә бирҙе.

2024 йылда республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең самаһы тәшкил иткән, был 2023 йылға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк. Урта предприятиелар һаны 7,5 процентҡа артҡан, ә үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа артып, 263 мең самаһы кеше тәшкил иткән.

2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум аҡса бүленгән, уларҙың 445 миллион һумдан ашыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Муниципаль берәмектәр республика бюджетынан – 100 миллион һум, урындағы бюджеттарҙан 80,5 миллион һум аҡса алған. Субсидиялар 485 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына һәм 28 үҙмәшғүл гражданға бирелгән.

Салауат районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат ХӘСӘНОВ:

– 2024 йылда районда 51 “Инвестиция сәғәтендә” дөйөм 830 миллион һумлыҡ 51 проект ҡаралды. 2025 йыл башына беҙҙә 484 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2593 кеше эшләй. Үҙмәшғүл булып 1758 граждан теркәлгән.  

Районда 524 млн. һум дөйөм суммаға 29 проект тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарҙар үҙ проекттарына 182 млн. һумды һалған инде. 245 млн. һумлыҡ 25 проект буйынса 188 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Нигеҙҙә юл буйы сервисы, туризм һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә проекттарҙы бойомға ашырыу күҙаллана.

2024 йылда муниципаль программа буйынса 4 кесе эшҡыуарлыҡ субъектына 1 млн. 696 мең һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелде. Программаны тормошҡа ашырғанда алты яңы эш урыны булдырылды. Быйыл был йүнәлешкә урындағы бюджеттан 3 млн. һум күләмендә финанслау ҡаралған. Беҙ республикаға берлектәге финанслауға ғариза бирәбеҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙ грант конкурстарында ҡатнашып, ҙурыраҡ проекттар менән эшләй аласаҡ.

Былтыр шәхси эшҡыуар Илфат Исмәғилев республика ярҙамында һәм үҙ иҫәбенә Әлкә ауыл биләмәһенең Иҙрис ауылы янында яҡынса 4 млн. һумға “Мәмерйә эргәһендә” кемпингын төҙөнө. Быйыл туризм буйынса модулле һәм капиталь саралар – глэмпингтар ҡуйыуға республика конкурсына беҙҙең райондан 33 млн. һумға ике проект тәҡдим ителде.      

Автор фотолары.   

Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Салауат районында тәүге зоопарк асылды
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас