Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Октябрь , 15:10

Башҡортостанда һуңғы биш йылда 296 яңы фермер хужалығы булдырылған

Республиканың ауыл хужалығы тармағында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү – Башҡортостан Хөкүмәте Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә һуңғы йылдарҙа уңышлы тормошҡа ашырған өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе.

Башҡортостанда һуңғы биш йылда 296 яңы фермер хужалығы булдырылған
Башҡортостанда һуңғы биш йылда 296 яңы фермер хужалығы булдырылған

2019-2023 йылдарҙа Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә федераль бюджеттан дөйөм суммаһы 3 миллиард 312 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән. 552 эш урыны булдырылған. 2024 йылда был маҡсатҡа 422 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, 100 эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Шулай уҡ төбәктә 2019 йылдан 2023 йылға тиклем «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты сиктәрендә агросәнәғәт секторында хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә 1 миллиард 436 миллион һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелде.

– Төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙың 5 йылында Башҡортостанда 296 яңы фермер хужалығы булдырылды. 12 меңдән ашыу консультация хеҙмәте күрһәтелгән. Ҡулланыусылар кооперацияһына 10 меңдән ашыу ҡатнашыусы йәлеп ителгән, 223 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы дәүләт ярҙамы алған, – тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.

Бынан тыш, 2019-2023 йылдарҙа Берҙәм субсидия сиктәрендә «Агропрогресс» һәм «Ғаилә фермалары» йүнәлештәре буйынса грант ярҙамына, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә 1 миллиард 360 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Аҡса 25 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын яҡшыртыуға һәм 122 ғаилә фермаһы эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелде.

Бынан алды ауыл хужалығы министры Оксана Лут менән бәләкәй агробизнесҡа дәүләт ярҙамы тураһында һөйләшеү булған. Ул һуңғы йылдарҙа Рәсәй агросәнәғәт комплексы ысын мәғәнәһендә ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләргә өлгәште, тип билдәләне. Оксана Лут 2025 йылда фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыуға һәм ауыл кооперацияһын үҫтереүгә бюджет проектына өҫтәмә рәүештә 7 миллиард һум һалыныуы хаҡында һөйләне.

Федерация Советының беренсе вице-спикеры, Берҙәм Рәсәй Генераль Советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Якушев Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәрҙә бәләкәй хужалыҡ формаларына һәм агросәнәғәт комплексы секторына ярҙамды һаҡлап ҡалырға тәҡдим итте.

– Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ҡағылышлы бөтә ярҙам сараларын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға кәрәк. 2012 йылдан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына индерелгән иҡтисади субъекттарға гектар ярҙамына субсидия ғәмәлдә. Ауыл хужалығы министрлығы Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарының урта һәм бәләкәй предприятиеларына ярҙам тураһында ҡарар әҙерләгән. Ошо мәсьәләгә кире ҡайтырға, башҡа федераль округтар вәкилдәренә ярҙам итергә тәҡдим итәм, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Якушев.

Әлфиә Батырова.

Фото: РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда һуңғы биш йылда 296 яңы фермер хужалығы булдырылған
Башҡортостанда һуңғы биш йылда 296 яңы фермер хужалығы булдырылған
Башҡортостанда һуңғы биш йылда 296 яңы фермер хужалығы булдырылған
Автор:
Читайте нас: