Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Июль , 12:23

Радий Хәбиров Башҡортостанда ураҡ эштәренең башланыуын иғлан итте

Башҡортостанда ураҡ кампанияһы башланды, яңы уңыштың тәүге мең тоннаһы йыйып алынған да инде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең тelegram-каналында белдерҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостанда ураҡ эштәренең башланыуын иғлан итте
Радий Хәбиров Башҡортостанда ураҡ эштәренең башланыуын иғлан итте
Фото:Валерий Шахов, архив фотоһы

«Беҙ республиканың көнбайыш райондарынан башланыҡ, көньяҡта һәм Урал аръяғында әлегә ямғыр яуа. Ғөмүмән, йыл бик үҙенсәлекле, климат шарттары ҡатмарлы», — тине республика етәксеһе.

Бөгөн республика аграрийҙары ужым культураларын йыйыу менән мәшғүл, уларҙың дөйөм майҙаны 380 мең гектар тәшкил итә. Ә 1,3 миллион гектар самаһы майҙанда яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк. Май культуралары – 480 мең, шәкәр сөгөлдөрө – 58 мең, картуф һәм йәшелсә 3,4 мең гектарҙы биләй.

«Һәр ваҡыттағыса, ураҡ эштәренең башланыуын «Баҫыу көнө» республика семинары менән билдәләйбеҙ. Сара бөгөн Нуриман районында үткәрелә», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-07-19/radiy-habirov-ob-yavil-o-nachale-uborochnoy-kampanii-v-bashkirii-3854473

 
Видео:Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: