Ҡытай яғынан «Дайю Цзешуй» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Кан Хай һәм «Чжиинда» компанияһы идараһы рәйесе урынбаҫары Дин Кэ ҡул ҡуйҙы.
«Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Шуныһы мөһим, унан тауарҙар поставкалау ғына булмаясаҡ. 2023 йылда ҡытайҙарға 100 мең тонна самаһы ауыл хужалығы продукцияһы оҙаттыҡ. Быйыл был һан тағы ла артасаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә берлектәге производстволар асабыҙ», - тине Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
"Республика Башкортостан" гәзите БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итеүенсә, «Дайю Цзешуй» компаниялар төркөмө менән ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү һәм төрлө ҡорамалдар поставкалау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла. «Чжиинда» компанияһы Башҡортостанға йәшелсә һәм еләк-емеш, ашарға яраҡлы бәшмәктәр һәм уларҙың етештереү туҡланыу продукттарын оҙатырға ниәтләй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.