Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Март , 15:53

Республикала «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы цехы эшләй башланы

26 мартта Өфөлә «Агрокомплекс-2024» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе барышында Саҡмағош районында «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы етештереү корпусы эшенә старт бирелде.

Республикала «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы цехы эшләй башланы
Республикала «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы цехы эшләй башланы

2023 йылда инвестор бөлгөнлөккә төшкән предприятиены тергеҙеүгә өлгәште. 1976 йылда ойошторолған предприятие йылына 7 миллион тоннаға тиклем йомортҡа етештерә ине, ә 2017 йылда бөлгөнлөккә төшөүгә бәйле ҡошсолоҡ фабрикаһы эшен туҡтатты. Ҡош итен етештереүҙе тергеҙеү буйынса инвестиция проекты 2 февралдә «Инвестиция сәғәте» ултырышында ҡаралды һәм өҫтөнлөклө тигән статус алды.

Предприятие директоры Булат Рафиҡов билдәләүенсә, хәләл ҡош ите етештереү күләме йылына 480 тоннаға тиклем артасаҡ. 70 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

«Күргәҙмә барышында Бүздәк районында тағы бер агрокласс астыҡ. Ул Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә райондың «Авилат» агрокомплексы булышлығында барлыҡҡа килде. Был мәктәптә – 617 уҡыусы, күптәре тормошон тап ауыл хужалығы менән бәйләргә теләй. Башҡортостандың 39 районында 126 агрокласс бар. Күреүебеҙсә, агросәнәғәт комплексының киләсәге өмөтлө. Ә быйылғы ҡаҙаныштарҙы «Өфө ЭКСПО» күргәҙмә комплексында 29 мартҡа тиклем баһаларға мөмкин», - тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: