Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Ноябрь 2023, 12:32

Башҡортостан Ҡытай менән ауыл хужалығы продукцияһын тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөйәсәк

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ҡытайҙың Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй. Тейешле килешеүгә 23 ноябрҙә Өфөлә XVI халыҡ ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ҡул ҡуйыласаҡ

Башҡортостан Ҡытай менән ауыл хужалығы продукцияһын тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөйәсәк
Башҡортостан Ҡытай менән ауыл хужалығы продукцияһын тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөйәсәк

– Бөгөн Ҡытай – Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау өсөн иң перспективалы йүнәлеш, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республика Ҡытайға тауарҙар оҙата башланы ла инде. Күләмде һәм ассортиментты арттырыу мөмкинлеге бар.

Документта хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып Ҡытай Халыҡ Республикаһы биләмәһенә ауыл хужалығы продукцияһын, атап әйткәндә, май-май продукцияһын (көнбағыш һәм рапс майы, шрот), ит продукцияһын һәм уның субпродукттарын, шәкәрҙе, ҡоро һөт продукттарын һәм күп йыллыҡ үлән орлоҡтарын оҙатыуҙы ойоштороу тора. Берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңы эш урындары булдырыу ҙа килешеү буйынса өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22-24 ноябрҙә Торатау конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтәсәк. Форум сиктәрендә 50-нән ашыу эшлекле сара үтәсәк, унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 400-ҙән ашыу спикер сығыш яһаясаҡ.

2022 йылда сарала илле дүрт килешеү төҙөлгән һәм Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белорусь, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәрҙән өс меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, эшлекле даирә вәкилдәре, рәсми һәм бизнес делегациялары.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22274/ 

Автор:Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: