Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Август 2023, 22:37

1 сентябрҙән ветеринария тураһындағы законда үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә

2023 йылдың 1 сентябренән ветеринария тураһындағы законда хайуандарҙы маркировкалау һәм иҫәпкә алыу тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк.

1 сентябрҙән ветеринария тураһындағы законда үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә
1 сентябрҙән ветеринария тураһындағы законда үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә

Төп положениелар түбәндәгесә.

Хужалар малды үҙ иҫәбенә маркировкалай. Иҫәпкә алыу Ветеринария өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһына маркировкаланған хайуан тураһында мәғлүмәт биреү юлы менән башҡарыла.

Шул уҡ ваҡытта, маркировкалау 2024 йылдың 1 мартынан һуң ғына мотлаҡ буласаҡ. Ошо ваҡытҡа Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында маркировкаланырға һәм иҫәпкә алынырға тейешле хайуандарҙың яңы исемлеге раҫланасаҡ.

Шулай уҡ зоосанитария статусы һәм уны билдәләүҙең ветеринария ҡағиҙәләре тураһында статьялар индерелә. Улар хайуандар тәрбиәләү, ҡарау һәм һуйыу, шулай уҡ контролгә алынған тауарҙарҙы етештереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса эшмәкәрлек алып барылған ер участкаларына, биналарға, ҡоролмаларға ҡағыла.

Яңылыҡтарҙың төп маҡсаты - малсылыҡтың һәм эшкәртеү сәнәғәтенең биологик именлеген арттырыу, һөҙөмтә булараҡ, ҡулланыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

Тулыраҡ - 2022 йылдың 28 июнендәге «Ветеринария тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 221-се федераль законда.

Автор:
Читайте нас: