Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Август 2023, 14:28

Радий Хәбиров Ишембай районынан балыҡсылыҡ хужалығы етәксеһен «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районындағы эш сәфәре барышында «ШЭ Зөбәйеров» крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Бында карп, толстолобик, аҡ амур һәм ҡарабарлыҡ үрсетелә. Был проектҡа дөйөм инвестициялар күләме 25 миллион һум тәшкил итә. 

 

 

Радий Хәбиров балыҡсылыҡ майҙансығы эше менән танышты һәм ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе менән артабанғы үҫеш планы хаҡында һөйләште. Агрофирма директоры Фәнис Зөбәйеров хужалыҡты 2020 йылдың ғинуарында асыуы хаҡында белдерҙе. Етештереү ҡеүәте – йылына 20 тонна тауар балығы. Проект буйынса 12 быуаның алтауһы эшләй башлаған. Һыу ятҡылыҡтарының дөйөм майҙаны – 23 гектар. Предприятиела инкубация цехы эшләп килә.

Фермер йыллыҡ етештереү ҡеүәтен 30 тоннаға тиклем еткерергә һәм туристик инфраструктураны үҫтерергә планлаштыра. Атап әйткәндә, фермер хужалығын «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика программаһында ҡатнашыусылар ҡарарға килә.

Ишембай хужалығы тере балыҡ һатыуҙан тыш, вакуумлы ҡапта ҡаҡланған балыҡ етештереү менән шөғөлләнә. Был продукция Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалаларының сауҙа кәштәләренә һатыуға ҡуйыла. Ә балыҡ үрсетеү материалы Ырымбур һәм Киров өлкәләренә, Татарстан һәм Удмурт республикаларына оҙатыла.

Республика Башлығы агрофирмаға ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләшергә «ШЭ Зөбәйеров» крәҫтиән-фермер хужалығы вәкилдәрен «Инвестсәғәт»тең сираттағы ултырышына саҡырҙы. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-08-17/radiy-habirov-priglasil-na-investchas-glavu-rybovodcheskogo-hozyaystva-iz-ishimbayskogo-rayona-3392612

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: