Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Август 2023, 14:30

Башҡорт атының ҡолондары рафинад ярата. Каролинала тикшерелде

Каролина ҡушаматлы ҡолондың яҙмышы фажиғәле башланды: ҡолонлағанда уның әсәһе үлде. Әбйәлил районынан Айгөл һәм Рушан Ишбулатовтар уны ҡарап үҫтерергә булды.

Шул ваҡыттан алып Каролина Ишбулатовтар ғаиләһе ағзаһы булып китте. Уларҙың балалары ике йәшлек Айсилә һәм 11 йәшлек Арсен сиратлап Каролинаны ашаталар һәм, киләһе йылда уға һыбай ултыра аласаҡтар, тип хыялланалар.

- Беренсе көндән беҙ ҡолондо шешәгә өйрәттек. Тәүҙә шәкәр, йомортҡа ҡушып һыйыр һөтө бирҙек. Шунан махсуслаштырылған аҙыҡ һатып ала башланыҡ. Көнөнә ете тапҡыр ашатабыҙ. Ул ашатыу ваҡыты еткәнен белә һәм өйгә яҡынлай. Командаларға өйрәнде: стенаға һуғыу була - Каролина килеп етә! Тәмләкәс бирәсәктәрен белә. Яратҡан тәм-томо - рафинадланған шәкәр. Балалар уны татлыға өйрәтте. Хәҙер күстәнәсһеҙ өйҙән сығып булмай. Каролина рафинад һорай ҙа, онотһаң, еңелсә генә тешләп ала, - ти Ишбулатовтар.

Ғаилә биш йылға яҡын йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Хәҙер уларҙа ун башҡорт тоҡомло ат бар. Арсен менән Айсилә ат сабышын бик ярата, шуға күрә ата-әсәләре уларҙы “Башҡорт аты” фестиваленә алып барасаҡ. Ә бына Каролинаға әлегә өйҙә ҡалырға тура киләсәк. Әммә киләһе йылға бейә халыҡ-ара сарала ҡатнашыр, моғайын.

Автор:
Читайте нас: