Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Апрель 2023, 10:33

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың 44 районында яҙғы баҫыу эштәре башланды, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, быйыл ҡар ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк иреп бөттө, дым өсөн көрәш бара. Мөмкин булған урында тырматыу, ужымға һәм күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индереү бара.

Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Бүздәк райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсә башланылар ҙа инде.

«Аграрийҙарыбыҙ 1,6 мең гектарҙан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәскән. Беҙгә бөтәһе 2,115 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеүҙе башҡарырға кәрәк. Мул уңыш алыуығыҙҙы теләйем», — тигән теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров ауыл халҡына.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: