Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Ноябрь 2022, 21:10

2022 йылда ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары Башҡортостанда һөттөң өстән бер өлөшөн етештергән

Башҡортостанда индустриаль һөт фермаларын төҙөү буйынса ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған ауыл хужалығы предприятиелары һөт етештереүҙә лидерҙар булып тора, тип билдәләне республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. 

2022 йылда ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары Башҡортостанда һөттөң өстән бер өлөшөн етештергән
2022 йылда ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары Башҡортостанда һөттөң өстән бер өлөшөн етештергән

Ошондай 15 һөт комплексында 2022 йылдың 10 айында 204 мең тонна һөт етештерелгән, ул дөйөм республика күләменең өстән бер өлөшөн тәшкил итә (643 мең тонна).

– Ауырғазы районының «Урожай» һәм Йәрмәкәй районының «Северная Нива Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә йыл башынан алып 26 мең тоннанан ашыу һөт һауып алғандар, – тине ул. – Саҡмағош районының «СП Базы» һәм Стәрлетамаҡ районының «АП Калинин» предприятиеһында 20 мең тоннаға яҡын һөт етештерҙеләр. Шулай уҡ һөт етештереүҙә ыңғай динамика маҡсатлы тоҡомсолоҡ эше һәм тармаҡты интенсивлаштырыу иҫәбенә тәьмин ителгән.

Республикала бөгөн бөтәһе 23 проект тормошҡа ашырыла, улар һөт фермаларын булдырыуға һәм һөт эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Уларҙың дөйөм хаҡы – 26 миллиард һум. Күпселеге – юғары әҙерлек кимәлендә, уларҙы тормошҡа ашырыуға планлаштырылған хаҡтың яртыһынан ашыуы һалынған да инде.

Белешмә өсөн: Республикала үҙенең инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиелар милеккә һалым түләүҙән азат ителә, килемгә һалым буйынса льгота ала. Шулай уҡ өҫтәмә ташламалар ҡаралған, атап әйткәндә, проекттар өсөн ер участкалары һатыуҙар уҙғармайынса ҡуртымға бирелә, инфраструктура төҙөлөшөнә сығымдар ҡаплана.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19501/ 

Автор:Правительство Республики Башкортостан
Читайте нас: