Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Ноябрь 2022, 10:34

Башҡортостан аграрийҙары 2,5 мең тоҡомло һөтлө мал һатып алды

2022 йылда Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы етештереүселәре 2,5 мең баштан ашыу һөт йүнәлешендәге тоҡомло йәш мал һатып алды, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл  хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо көндәрҙә Ҡазанда үткән «Рәсәй һөтө» 4-се агросәнәғәт форумында.

Башҡортостан аграрийҙары 2,5 мең тоҡомло һөтлө мал һатып алды
Башҡортостан аграрийҙары 2,5 мең тоҡомло һөтлө мал һатып алды

 Һуңғы биш йылда төбәк аграрийҙары 29 меңдән ашыу тоҡомло йәш мал һатып алған.

– Төбәктә  тоҡомло мал һатып алыуҙа дәүләт ярҙамының актуаль саралары булышлыҡ итте, – тине   республиканың аграр ведомствоһы башлығы. – Өҫтәүенә республикала субсидияны илебеҙҙән йәш малды һатып алыу өсөн генә түгел, ә сит илдән дә алыуға бирәләр. Төбәккә голштин тоҡомло башмаҡтар килтерелде. Улар урындағы шарттарға яраҡлаштырылған. Төбәк эсендә лә селекция-тоҡомсолоҡ эшен камиллаштырыу өсөн яҡшы шарттар  бар. Беҙҙә 79 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй, уларҙың 50-һе һөт малсылығы өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара һәм республика йыл һайын ошо йүнәлеш өсөн тоҡомсолоҡ материалдарына ихтыяжының яртыһын тәьмин итә.

Белешмә өсөн:

Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә Башҡортостанда тоҡомло эре мөгөҙлө мал һатып алыу сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидиялана, әммә бер баш малға 60 мең һумдан артыҡ түгел.

Автор:Правительство РБ
Читайте нас: