Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Октябрь 2022, 14:44

Радий Хәбиров: «Республикала 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр 5 миллион тонна иген йыйып алынған»

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңышы 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр 5 миллион тоннаға еткән, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Радий Хәбиров: «Республикала 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр 5 миллион тонна иген йыйып алынған»
Радий Хәбиров: «Республикала 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр 5 миллион тонна иген йыйып алынған»
Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы

«Тарихта дүртенсе тапҡыр ошо сикте үтәбеҙ. 1983 йылда – 5 миллион тонна, 1985 йылда – 5,2 миллион, 1986 йылда иһә 5,9 миллион тонна иген йыйып алынһа, бына хәҙер 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр йәнә 5 миллион тонналыҡ сиккә еттек, – тип билдәләне ул.  – Бындай юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә беҙгә һауа торошо ярҙам итте – йәйҙең тәүге яртыһы иген һәм ҡуҙаҡлылар өсөн бик яҡшы булды, ләкин ул ғына ла түгел. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына ҙур өлөш индерҙек. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу өҫтөндә эшләнек, аграрийҙарыбыҙ өс йылда 5 миллиард һумға яҡын субсидия алды. Шулай уҡ элиталы орлоҡ материалына һәм минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауҙы дауам итәбеҙ. Әммә тәү сиратта мин иртә таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа эшләгән игенселәргә рәхмәт белдерәм».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-10-03/radiy-habirov-v-bashkirii-sobrali-5-mln-tonn-zerna-vpervye-s-1980-h-godov-2974147

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: