Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Июль 2022, 15:30

Картуф һәм йәшелсә үҫтергән кешеләр дәүләттән ярҙам ала аласаҡ

Субсидиялар бәләкәй һәм урта предприятиеларға, хатта үҙмәшғүл булып теркәлгән шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужаларына ла бирелә.

Башҡортостанда картуфтың 95 процентын шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҫтерә, шуға күрә бындай ярҙам республика өсөн көнүҙәк булып тора.

2021 йылда республикала 485,2 мең тонна картуф йыйып алынған, шуларҙың 460 мең тоннаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. Картуф етештереү буйынса беҙҙең төбәк Рәсәйҙә 6-сы һәм Волга буйы федераль округында 2-се урынды биләй.

Дәүләттән ярҙам алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Үҙмәшғүл булып теркәлеү зарур. Бынан һуң шәхси ярҙамсы хужалыҡ етештереүселәренең йәшелсәне иркенләп һатыу һәм ҡаҙнанан субсидиялар алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Үҙмәшғүл статусында улар йәшелсә менән сауҙа иткән өсөн һалым түләүҙән азат ителә. 2022 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм ауыл хужалығы һалымы ставкаһы бөтөрөлдө.

Икенсе йүнәлеш – эшкәртеүсе предприятиелар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға йәшелсә һәм картуф орлоғо һатып алыуға биреп торған аванс. Эшкәртеүсе һәм үҙмәшғүл араһында «Агроконтракт» төҙөлә. Етештерелгән продукция һатылғандан һуң дәүләт эшкәртеүсенең үҙмәшғүл өсөн орлоҡ һатып алыуға тотонған сығымының 50 процентын ҡаплай.

Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡ етештереүселәренә ниндәй ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында ентеклерәк видеола ҡарағыҙ.

Түбәндәге мәғлүмәттең файҙалы булыуы бар:
– Баҡса участкаһында теплицаны теркәргә кәрәкме:
https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_892 
– Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам тураһында:
https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_714 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

https://vk.com/video-210976283_456239448 

Автор:
Читайте нас: