Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Апрель 2022, 14:02

Республикала тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф бөтөрөлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штрафты ваҡытлыса бөтөрөүҙе хупланы. БР Кодексының 13.16-сы статьяһын ғәмәлдә булыуҙы туҡтатыу тураһында законды апрель аҙағында ҡабул итеү планлаштырыла.

Республикала тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф бөтөрөлә
Республикала тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф бөтөрөлә

«Был статьяла тәғәйенләнмәгән урындарҙа дөйөм ҡулланылыштағы территорияла урамда һатҡан һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн административ яуаплылыҡ билдәләнгән. Беҙ ошо статьяның ғәмәлдә булыуын ваҡытлыса туҡтатып торорға һәм хоҡуҡ боҙған өсөн штраф һалмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ. Ғәҙәттә, пенсионерҙар үҙҙәре үҫтергән еләк-емеште, йәшелсәне һата. Ошо аҙмы-күпме аҡса  — улар өсөн ҙур ярҙам. Законда аныҡ ваҡытын яҙмайбыҙ. Иҡтисадта хәл тотороҡланғас, ошо мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда рөхсәт ителмәгән урында сауҙа иткән өсөн штраф граждандарға — 500- 3000 һум, вазифалы кешеләргә — 20 -40 мең һум, юридик берәмектәргә — 50-100 мең һум.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-19/v-bashkirii-otmenyat-shtrafy-za-torgovlyu-v-neustanovlennyh-mestah-2774875

Автор:
Читайте нас: