Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Апрель 2022, 21:16

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы: республикала сәсеү үткәреү өсөн орлоҡ етерлек

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә кәрәкле орлоҡ запасы бар. Уларға ихтыяж 285 мең тоннаға баһалана.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы: республикала сәсеү үткәреү өсөн орлоҡ етерлек
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы: республикала сәсеү үткәреү өсөн орлоҡ етерлек

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, төбәктә яҙғы сәсеү 2,1 миллион гектар майҙанды биләйәсәк. Сәсеү әйләнешенең нигеҙен иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары тәшкил итә - уларҙың орлоҡтары ла етерлек. Былтырғы ҡоролоҡ арҡаһында 14 район орлоҡ һатып алыуға төбәк бюджетынан 128 миллион һум аҡса алды.

– Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары араһында илебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар өлөшө – 99 проценттан ашыу, көнбағыш 50 процентҡа яҡын тәшкил итә. 2022 йылда республика ихтыяжын илебеҙ селекцияһы сорттарын һәм гибридтарын файҙаланыу иҫәбенә ябырға мөмкин, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Шәкәр сөгөлдөрө орлоҡтары менән мәсьәлә ауырыраҡ, унда сит ил гибридтары өлөшө 95 проценттан ашып китә ине. Был йүнәлештә илдә эш алып барыла ла инде.

Дөйөм алғанда, Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһына ҡытлыҡ һәм уға хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймау өсөн саралар комплексын ҡабул итә. Президент аграрийҙарға кредит биреүгә кәмендә 153 миллиард һум аҡса бүлергә ҡушты. Селекция һәм орлоҡсолоҡ үҙәктәре импортты кәметеү өсөн 5 миллиард һум аласаҡ. Илдә ауыл хужалығы техникаһы, аҙыҡ-түлек ҡорамалдары һәм балыҡсылыҡ кәсебе суднолары төҙөү өсөн компоненттар етештереү арттырыла.

2022 йылдың июленә агросәнәғәт комплексын һәм балыҡсылыҡ комплексын үҫтереү стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: