Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Март 2022, 17:08

25-27 мартта республиканың 50 муниципалитетында йәрминкә үтәсәк

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә тәбиғи, саф аҙыҡ-түлек тауарҙары һатып алырға мөмкин.

25-27 мартта республиканың 50 муниципалитетында йәрминкә үтәсәк
25-27 мартта республиканың 50 муниципалитетында йәрминкә үтәсәк

Башҡортостандың күпселек муниципаль район һәм ҡалаларында 62 майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Адрестар һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/436337/. Әгәр ял көнөндә йәрминкәлә һатыусы булараҡ ҡатнашырға теләһәгеҙ, һылтанма буйынса күсергә, таблицала ҡыҙыҡһындырған районды табырға кәрәк. Артабан күрһәтелгән телефон һандары буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин. 

Салауат районы Хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, ауыл хужалығы йәрминкәһе Малаяҙ баҙары майҙанында 27 мартта үтә. Йәрминкәлә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: