Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Февраль 2021, 22:47

Башҡортостан теплица йәшелсәләрен етештереү буйынса 10 төбәк иҫәбенә инде

Башҡортостан Рәсәйҙә барлыҡ теплица йәшелсәләренең 60 процентын тиерлек етештергән 10 төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Рәсәйҙә барлыҡ теплица йәшелсәләренең 60 процентын тиерлек етештергән 10 төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Алдынғы төбәктәр иҫәбендә – Липецк, Мәскәү, Калуга, Волгоград, Новосибирск өлкәләре, Краснодар, Ставрополь крайҙары, Башҡортостан, Татарстан һәм Ҡарасәй-Черкес Республикаһы. Илдә теплица йәшелсәләрен етештереүҙең дөйөм күләменән 57% ашыуы уларҙың өлөшөнә тура килә.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы күҙаллауынса, быйыл ҡышҡы теплицаларҙа кәмендә 1,45 миллион тонна йәшелсә үҫтереп алынырға тейеш. Был 2020 йылға ҡарағанда 7,6% күберәк.
2 февралгә мәғлүмәттәр буйынса, ил теплицаларында 114 мең тоннанан ашыу йәшелсә үҫтерелгән (уҙған йылда иһә 99 мең тонна тиерлек).
Емеш-еләк һәм йәшелсә етештереүселәрҙең милли союзы етәксеһе Михаил Глушков һүҙҙәренсә, теплица проекттарына инвестициялар етештереүҙең артыуына булышлыҡ итә.
Әйтәйек, 2016 йылдан теплица комплекстарының майҙаны өстән берҙән ашыуға артҡан һәм 2020 йылда яҡынса 2,8 мең гектарға еткән. Ошо ваҡытта теплица йәшелсәләрен етештереү күләме 78% артҡан.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса, ҡышҡы теплицаларҙа йәшелсә 18% күберәк етештерелгән, импорт 15% — 558,9 мең тоннаға тиклем кәмегән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостанда 69,4 мең тонна теплица йәшелсәһе йыйып алынған. 2019 йылда ошондай йәшелсәнең уңышы аҙыраҡ — 68,5 мең тонна булған.
Читайте нас: