Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Август 2020, 17:34

Республикала урып йыйыу эштәре башлан

Ниһайәт, республикала урып йыйыу эштәре башланды. Бөгөнгө көндә ужым иген культураларының уртаса уңышы 28,2 ц/га тәшкил итә. Был үткән йылға ҡарағанда 28 %-ҡа күберәк.

Ниһайәт, республикала урып йыйыу эштәре башланды. Бөгөнгө көндә ужым иген культураларының уртаса уңышы 28,2 ц/га тәшкил итә. Был үткән йылға ҡарағанда 28 %-ҡа күберәк.
Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ощондай мәғлүмәт менән таныштырҙы:
–25 район яҙғы иген культураларын йыйыуға төштө. Уҙған йылдағы уртаса уңыш менән сағыштырғанда, быйылғы күрһәткес күпкә юғарыраҡ. Элеваторҙар игенде ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Ужым иген культуралары сәселгән майҙандарҙың 30%-ында (йәмғеһе 100 мең га) йыйылған да инде.
- Агросәнәғәт комплексы беҙҙең тормоштоң арҡа һөйәге булып тора. Ул бер туҡтауһыҙ үҫешә, ил иҡтисады өсөн тик ыңғай күрһәткестәр генә бирә. Был өлкәлә эшләүселәргә сикһеҙ рәхмәтлемен, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: