Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Декабрь 2019, 15:45

ЭХ, ҠАҘҘАРЫ ЛА, ҠАҘҘАРЫ!

ЭХ, ҠАҘҘАРЫ ЛА, ҠАҘҘАРЫ! Әлкә ауылында ҡаҙ өмәһе үтте Ҡаҙ өмәһе борондан килгән йола. Өмә бер эшкә генә ҡоролмай, ә ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, үҙеңде күрһәтеү ҙә булып тора. Әлкә ауылында бихисап ҡаҙ тотҡан, эшкә тырыш, уңған Зөбәржәт һәм Даллес Шәмсетдиновтарҙың йортона иртә менән өмәселәр йыйылды. Эш ҡатмарлы булһа ла, ул бик күңелле үтте. Уңған апайҙарҙың ҡулына хатта күҙ эйәрмәй ине, өмә таҡмаҡтар, йырҙар менән үрелә барҙы. Йолаһына тап килтереп, апайҙар милли кейемдәр ҙә кейгәйне. Матур, күңелле өмә ҡаҙ итенән ауыҙ итеү менән тамамланды.

Ҡаҙ өмәһе борондан килгән йола. Өмә бер эшкә генә ҡоролмай, ә ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, үҙеңде күрһәтеү ҙә булып тора.
Әлкә ауылында бихисап ҡаҙ тотҡан, эшкә тырыш, уңған Зөбәржәт һәм Даллес Шәмсетдиновтарҙың йортона иртә менән өмәселәр йыйылды. Эш ҡатмарлы булһа ла, ул бик күңелле үтте. Уңған апайҙарҙың ҡулына хатта күҙ эйәрмәй ине, өмә таҡмаҡтар, йырҙар менән үрелә барҙы. Йолаһына тап килтереп, апайҙар милли кейемдәр ҙә кейгәйне. Матур, күңелле өмә ҡаҙ итенән ауыҙ итеү менән тамамланды.
Читайте нас: