Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Ноябрь 2019, 14:30

Ауыл киләсәге – кооперативтарҙы үҫтереүҙә

Салауат районы делегацияһы “Беҙҙең бренд” дүртенсе фестивале сиктәрендәге республика ауыл хужалығы кооперативтарының II съезында ҡатнашты. Сара был аҙнала Өфөлә ВДНХ-Экспо күргәҙмә комплексында үтте. Республика съезында ҡатнашыу файҙаға ғына булды. Кооперативтың ни өсөн кәрәклегенә, ниһайәт, төшөндөк. Бөгөн ауыл хужалығының киләсәге берләшеп эшләүгә генә бәйле, – тине делегаттарҙың береһе, Мәсетле ауылының "Йүрүҙән" кооперативы рәйесе Илнур Камалов.

Салауат районы делегацияһы “Беҙҙең бренд” дүртенсе фестивале сиктәрендәге республика ауыл хужалығы кооперативтарының II съезында ҡатнашты. Сара был аҙнала Өфөлә ВДНХ-Экспо күргәҙмә комплексында үтте. Уны Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән БР Ауыл хужалығы консультация үҙәге ойошторҙо.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов сараны асҡанда:
  • Бөгөн Башҡортостан кооперативтар һаны буйынса лидер булып тора. Был эш берләшеү өсөн генә ойошторолмай, беҙ бизнесҡа һөҙөмтәле үҫеш һәм уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, ә ҡатнашыусылар уға үҙ аллы ҡушыла. Миҫал өсөн, килемде арттырыусы проект (ДГП) буйынса грант алыусы СПоК-тар 2018 йылда дөйөм 19,4 млн. һум һалым түләһә, 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында уның күләме 13,7 млн. һум тәшкил итте. Былтыр 190 яңы эш урыны булдырылһа, быйыл 231 яңы эш урыны асылды, – тип билдәләне ул.
Республика кооперативтары съезының абруйлы ҡунаҡтары “Молвест” компанияһын ойоштороусы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Аркадий Пономарев, Ҡазан корпоратив университеты ректоры Алһыу Нәбиева, Венгрияның Генераль консуллеге илсеһе Акош Мадари, Төбәк продукттарын етештереүселәр һәм тәъмин итеүселәрҙең милли ассоциацияһы президенты Иван Меркулов һ. б. булды. Съезда барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Салауат районы делегацияһына хакимиәт башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рәмил Хамматов етәкселек итте.
  • Беҙҙән республика съезына район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең иҡтисад буйынса белгесе Гүзәл Нурмөхәмәтова, Мәсетленән “Йүрүҙән” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы рәйесе Илнур Камалов һәм уның ҡатыны Азалия, Малаяҙҙан “Салауат” ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеүсе кооперативы рәйесе Денис Йосопов барҙы. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле маркалы һәм республика баҙарына сығырға теләгән яңы бренд вәкилдәре ҡатнашты. Төрлө продукция етештергән ауыл хужалығы кооперативтары менән танышып, ыңғай тәжрибә алып ҡайттыҡ, – тип һөйләне Рәмил Хамматов.
Уның һүҙҙәренсә, Салауат районында бөгөн 8 кооператив ойошторолған. Малаяҙ ауылындағы “Салауат” СППК-һы ит эшкәртеү менән шөғөлләнә башлаясаҡ. Бының өсөн кооператив кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға республика гранты алған. Мәсетле ауылының “Йүрүҙән” СПоК-ы грант алып, быйыл бейә ҡымыҙы етештереүгә тотондо.
Кооператив рәйесе Илнур Камалов (фото – редакция архивынан):

  • Грантҡа ҡымыҙ етештереү ҡорамалдары алдыҡ. Һигеҙ баш бейәне һауынға өйрәтеп, ҡымыҙ бешәбеҙ. Продукцияны Арҡауыл ауылындағы магазин аша һаттыҡ. Киләсәктә һауын бейәләрен ишәйтеп, ҡымыҙ етештереү күләмен арттырырға уйлайбыҙ. Республика съезында ҡатнашыу файҙаға ғына булды. Кооперативтың ни өсөн кәрәклегенә, ниһайәт, төшөндөк. Бөгөн ауыл хужалығының киләсәге берләшеп эшләүгә генә бәйле.
Әйтергә кәрәк, республикала ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.

    Читайте нас: