Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июль 2019, 11:06

Һөт тә, эш тә буласаҡ

Шәхси эшҡыуар Әлфиә Сөләймәнованың крәҫтиән-фермер хужалығы ошондай ғәйәт ҙур эшкә тотонған. Ғаилә БР Ауыл хужалығы министрлығы аша программала ҡатнашып, республика грантын алған. Әле улар ауылдың элекке “Нәсибаш” совхозының малсылыҡ фермаһы бинаһын яңыртып ҡороу менән мәшғүл. Урындағы йүнселлекте үҫтереү "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проектына ярашлы алып барыла. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Шәхси эшҡыуар Әлфиә Сөләймәнованың крәҫтиән-фермер хужалығы ошондай ғәйәт ҙур эшкә тотонған. Ғаилә БР Ауыл хужалығы министрлығы аша программала ҡатнашып, республика грантын алған. Әле улар ауылдың элекке “Нәсибаш” совхозының малсылыҡ фермаһы бинаһын яңыртып ҡороу менән мәшғүл. Урындағы йүнселлекте үҫтереү "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проектына ярашлы алып барыла.


Уҙған айҙа ғына ҡара-сыбар тоҡомло 100 баш быуаҙ тана алып ҡайтҡандар. Йәш малдарҙы айырым көтөү ойошторолған. Улары, елен тултырып, тиҙҙән быҙаулай башлаясаҡ.
– Һөтсөлөк малсылығы – беҙҙең өсөн яңы йүнәлеш. Һыйыр малдарын үрсетеү эше менән быға тиклем шөғөлләнгән юҡ ине, – ти Әлфиәнең ире Абдулла Әхмәтшин. – Ферманы төҙөкләндереп бөткәс, һауын, һөт үткәргес ҡоролмалары алып, төп эшкә тотонасаҡбыҙ. Үҙебеҙҙә етештереләсәк продукцияны эшкәртеү тураһында ла уйлайбыҙ.

Бинаның тышы эшләнгән, эсендә стеналары штукатурлана. Һыйырҙарҙы һауыу, малдарға аҙыҡ һалыу урындары яһала. Бында барыһы ла заманса итеп ҡороласаҡ: яҡтыртҡыстар – автоматлаштырылған, тиҙәк таҙартыу механизацияланған буласаҡ.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция бүлеге начальнигы Рәмил Хамматов һөйләүенсә, Әлфиә Сөләймәноваға ғаилә малсылыҡ фермаһы булдырыуға республиканан 10,5 млн. һум грант бүленгән. Конкурстың шарты буйынса, дөйөм проект хаҡының 40 процентын фермерҙар ғаиләһе үҙҙәре индергән. Һөҙөмтәлә бинаны ремонтлау, яңы ҡорамалдар һәм мал алыуға 17 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, шуның менән бер рәттән улар эргәләге тағы бер мал ҡураһы бинаһын үҙ көстәре менән төҙөкләндерә. Нәсибаш эшҡыуары, яңы производство асып, ауылдаштарына өҫтәмә эш урындары ла булдырасаҡ.
Читайте нас: