Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Июль 2019, 12:19

Уңыш нигеҙе – ышаныслы хеҙмәттәшлектә

Шәрип ауылында йәшәүсе Алик Рәжәпов – бәхетте үҙ төйәгендә булдырған йәш, тырыш ир-егеттәрҙең береһе. Маҡсатлы егет мәктәпте, һуңынан Өфө дәүләт нефть техник университетын тамам­лағас, тыуған төйәгендә үҙ эшен булдыра.

Бәхетте ҡайҙан табырға? Был һорау һәр кемде борсой. Кемдер бәхетен ситтә эҙләһә, икенселәр тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп таба. Шәрип ауылында йәшәүсе Алик Рәжәпов – бәхетте үҙ төйәгендә булдырған йәш, тырыш ир-егеттәрҙең береһе.

Маҡсатлы егет мәктәпте, һуңынан Өфө дәүләт нефть техник университетын тамам­лағас, тыуған төйәгендә үҙ эшен булдыра. Быға, бәлки, уның атаһы, ауыл хужалығында күп йылдар эшләгән Ирут Ильюс улы ла этәргес булғандыр. Бәләкәйҙән эштең уртаһында ҡайнаған егет, атаһының эшен дауам итеп, ауыл хужалығы тармағын һайлай. Бынан тыш, ул үҙенең янында фекерҙәштәрен туплап, ауыл хужалығы кооперативын төҙөй. Мал үрсеткән, ер эше менән шөғөлләнгән булдыҡлы фермерҙар: Ралиф Мостафин, Алег Хәмиҙуллин, Данис Динисламов, Вадим Ғимаҙиев һәм Алик Рәжәпов көстәрен бергә туплап, былтыр “Шәрип” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын булдырған.

Кооператив республикала уңышлы тормошҡа ашырылған килем килтереүсе проекттар сиктәрендә ойошторола. Бындай проекттарҙың асылы шунда: ауылда шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын алып барған граждандарҙың башланғысы һәм финанслауы иҫәбенә иҡтисади яҡтан эшләгән һәм ҡатнашыусыға өҫтәмә килем килтергән коллектив файҙаланыу объекты булдырыла. Өҫтәүенә, конкурс нигеҙендә проектты тормошҡа ашырыуға грант бүленә, ул берлектә финанслау 9 проценттан кәм булмаған осраҡта бер кооперативҡа 3 миллион һумғаса тәшкил итеүе мөмкин.

“Шәрип” кооперативы 3 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булып, был аҡсаға иген культураларын ваҡлау, уны эшкәртеү ҡоролмалары, пресс-йыйғыс һәм урғыс һатып алған.

– Грант алыу эшебеҙҙә ҙур этәргес көс булды. Был ҡоролмаларҙы дәүләттән ярҙамһыҙ ғына һатып алып булмаҫ ине. Субсидияға алынған иген эшкәртеү ҡоролмаһы эштәрҙе күпкә еңелләштерҙе, – ти Алик Рәжәпов.

Яңы ҡоролмалар тиҙ эшләй, культураларҙы сифатлыраҡ эшкәртә һәм электр энергияһын да аҙ сарыф итә. Фермерҙар быйыл барыһы 700 гектар ергә төрлө иген культураларын сәскән. Шулай уҡ киләсәктә кооперативта ауыл халҡына өҫтәмә эш урындары ла булдырыласаҡ.
Читайте нас: