Иртә яҙғы культураларҙы сәсеү эштәрен тәүгеләрҙән булып Әлкәнең “Юлай” КФХ-һы тамамлаған. Шулай уҡ “Уңыш”, “Простор” “Братья Пономаревы” хужалыҡтары, фермерҙар Нәсибаштан Ғәлиевтар, Миәшәгәрҙән Ғәлләмов, Йыланыштан Федоров, Брагина, Лаҡлынан Нәбиуллин да сәсеүҙе бөткән. Ҡайһы бер хужалыҡтар ерҙе парға эшкәртеү эшенә тотонған. Яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа мөҙҙәттә башҡарыуға май айындағы һауа торошо ла ҡулайлы булды.