Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Февраль 2019, 12:38

Бергәләшеп ҡымыҙ бешәсәктәр

Мәсетле ауыл билә­мәһендә “Йүрүҙән” ауыл хужалығы ҡулланыусылар коопе­ративы башҡорт аттарын үрсетеп, бейә ҡымыҙы етештереү эшенә тотонорға йыйына.

Мәсетле ауыл билә­мәһендә бер нисә кооператив төҙөлгән. Шуларҙан “Йүрүҙән” ауыл хужалығы ҡулланыусылар коопе­ративы, республика программаһында ҡатнашып, пред­при­ятиены үҫтереүгә грант алған. Улар, кооператив ағзалары, ауылда башҡорт аттарын үрсетеп, бейә ҡымыҙы етештереү эшенә тотонорға йыйына.


Кооператив рәйесе – йәш егет Илнур Камалов. Атаһы Илдар Нур улы, үҙе, кейәүе Артур Ғәлимов һәм тағы ике дуҫы Вәли Вәлшин, Руслан Ғәлимов – барыһы биш кеше берләшкән. Дөйөм бөтәһенең 35 баш йылҡы малы бар, уларҙың 20-гә яҡыны – бейәләр.

– Ҡолонлағас, бейәләрҙе һауа башлаясаҡбыҙ, – ти Илнур Илдар улы. – Грант аҡсаһына бейә һөтөн эшкәртеү цехы һатып алдыҡ. Яҙға, аттарҙы яланға сығарғас, уны ла ҡырға күсерәсәкбеҙ.
Кооперативҡа ҡайтарылған “мини-завод” барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән заманса итеп йыһазландырылған. Унда һауын аппараты, һөттө һыуытҡыс, ҡымыҙ бешә торған ҡоролмалар бар. Кооператив ағзалары уны алыуға үҙҙәренең 143 мең һумын һалһа, яҡынса 1,3 млн. һумы – республика грантынан. Цех ялан шарттарында дизель генераторы ярҙамында эшләйәсәк.


– Продукцияны етештерһәк, уны һатыу юлын уйлағанбыҙ. Бейә ҡымыҙы үҙебеҙҙең ауыл магазиндарында ла ҙур һорау менән файҙаланыр, тип ышанабыҙ. Эштәр яйға һалынһа, “Янғантау” геопаркы маршрутына ла керетерҙәр ул, – ти “Йүрүҙән” кооперативы рәйесе Илнур Камалов.
Мәсетле ауылы биләмәһе башлығы Адик Асҡаров әйтеүенсә, бөгөн ауылда һәм Көҫәпәйҙә өс кооператив булдырылған. Һуңғыһы, быйыл ойошторолғаны, һыйыр һөтөн эшкәртеү йүнәлешен һайлаған.


Һүрәттә: Кооператив рәйесе Илнур Камалов үҙенең ҡымыҙ етештереү цехында.

Читайте нас: