Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ғинуар 2019, 11:57

Ветеринарҙарға – яңы автомобилдәр

Райондың ветеринар станцияһына ике яңы махсус машина бирҙеләр

Яңы йыл алдынан республиканың район һәм ҡалаларындағы ветеринария стан­ция­ларына, дәүләт вете­ринария хеҙмәт­кәрҙәренә 100-гә яҡын автомобиль тапшырылды. Салауат районы ветеринар стан­цияһына ла ике яңы автомобиль бирелде.
Ветстанция начальнигы Тимур Камалетдиновтың әйтеүенсә, уларҙың береһе махсус машина “УАЗ” булһа, икенсеһе еңел автомобиль – “Лада-Ларгус”. Быға тиклем станцияға һуңғы тапҡыр яңы автомобиль 2000 йылда тапшырылған булған.
Бөтә автомобилдәр ветеринар ҡануниәт тарафынан ҡаралған сифатҡа ярашлы йыһазландырылған. Машинала дезинфекция саралары уҙғарыу өсөн шарттар булдырылған.
Автомобилдәр райондың агросәнәғәт өлкәһе үҫешенә, малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармағының тотороҡло эшенә ярҙам итер тип күҙаллана.
Читайте нас: