Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Ноябрь 2018, 15:37

Игенселәргә, малсыларға дан һәм хөрмәт!

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Көҙгө уңыш йыйылып бураларға һалынды, малдар ҡураларға керҙе. Миҙгел эштәренә йомғаҡ яһап, ауыл хужалығында тир түккән эшсәндәрҙе ҡотларға, дәрт­лән­дерергә йыйылды барыһы ла уҙған йома район мәҙәниәт йортона. Аграр тармаҡ, ошо өлкәлә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше хаҡында райондың ауыл билә­мәләре, эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы тураһында “Янғантау” шифаханаһы һәм кадр­ҙар әҙерләү бу­йынса мәғлүмәттәр Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы күргәҙ­мәлә­рендә асыҡ күрһә­телгәйне.
Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡотлау телмәрендә ауыл хужалығы районыбыҙ үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын билдәләне.
– Беҙҙең район аграр район булып ҡала. Ер эшкәртеү, мал үрсетеү элек-электән килә һәм ул артабан да дауам итәсәк, – тине Марс Фәррәх улы. – Бөгөн районда 11 ауыл хужалығы предприятиеһы, 180 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Ә тармаҡта 245 кеше мәшғүл. Крәҫтиән хеҙмәте еңел түгел, шуға ла улар ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Район башлығы бер төркөм алдынғы эшселәргә Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар тапшырҙы. БР Ауыл хужалығы минис­трлығынан яҡташыбыҙ, министрлыҡтың тоҡомсолоҡ эше буйынса бүлеге начальнигы Эльвира Сабирова тәбрикләп, ведомствоның Почет грамоталары менән бүләкләне.
Салауат районы Советы рәйесе, “Янғантау” шифаханаһы ди­ректоры урын­баҫары Ринат Әбдрәшитов, тармаҡта ыңғай үҙгәреш булыуын билдәләп, артабан район ЮНЕСКО Геопаркы сел­тәренә керһә, ауыл хужалығы үҫешенә ул ҙур этәргес көс бирәсәгенә өмөтләндерҙе. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә район Советы Почет грамотаһы тапшырып, иң яҡшы һөнәр эйәләренә “Янғантау” шифаханаһына сертификаттар бүләк итте. Атап әйткәндә, “Иң яҡшы комбайнсы” – Фуат Минһажев (шәхси эшҡыуар Алег Хәмиҙуллин КФХ-һы), “Иң яҡшы тракторсы-машинист” Идеал Ғәлимов (“Таймый” агрофирмаһы), производствонан уҡытыу мастеры Юрий Саблин (Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы), “Иң яҡшы ат ҡараусы” – Илһам Әмерханов (“Простор” ауыл хужалығы предприятиеһы) һәм иң “Яҡшы ферма мөдире” исеменә лайыҡ булған Ғәзим Нафиҡов (“Таймый” агрофирмаһы) 10 көн ял итәсәк. Батырға ла ял кәрәк, тиҙәр бит. Миҙгел осоронда тырыш хеҙмәт күрһәткән ауыл эшсәндәренә һуңғы йылдарҙа район һәм шифахана етәкселегенең шундай иғтибар биреүе ҡыуандыра.
Байрам мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерты менән тамамланды. Мәҙәниәт йорто артистары, үҙешмәкәр ансамблдәр, “Янғантау” шифаханаһы йырсы-бейеүселәре, балалар ауыл хужалығы эшсәндәренә йыр-моң бүләк итте, күңелдәренә дәрт өҫтәне.
Читайте нас: