Байрам йәрминкәһенә Әлкәнән 13 килограмлыҡ ауырлыҡтағы суртан килтергәйнеләр.
Оҙонлоғо бер метрлыҡ йыртҡыс балыҡ “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Дим Дәүләтшиндың быуаһынан ауланған. Белеүегеҙсә, фермер оҙаҡ йылдар унда табан, ҡыҙылгүҙ балыҡтары үрсетә.
– Быуала суртандар ҙа бар. Улар, санитар урынына, сирле балыҡтарҙы кәметер өсөн кәрәк. Ә был ҙур суртан һау балыҡтар өсөн дә хәүефле. Шуға уларҙы һыуҙа ҡалдырырға ярамай, – ти Дим Һиҙиәт улы.
Ғәҙәти булмаған балыҡ йәрминкәгә килеүсе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ауырлығына күрә хаҡы ҡиммәт булыуына ҡарамаҫтан, суртанды һатып алыусылар ҙа табылды.